Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 13:56

ХӘЙБУЛЛАҒА КИЛЕН ТӨШКӘН

Киленде Оло Әбештә бар ауыл менән ҡаршы алғандар.

ХӘЙБУЛЛАҒА КИЛЕН ТӨШКӘН
ХӘЙБУЛЛАҒА КИЛЕН ТӨШКӘН

Ябай килен түгел. Ырымбур өлкәһенең Башбүре ауылынан төшкән Снежана киленде Оло Әбештә бар ауыл менән ҡаршы алғандар.

Сәбәбе - берҙән, боронғо йоланы үтәү булһа, икенсенән, олоәбештәр "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша һәм һәр сараны оло ваҡиға итеп үткәрә белә.

Киленде ап-аҡ меңдәргә баҫтырғас, бейеме, ағинәйҙәр йәштәргә изге теләктәрен еткергән. Йәш киленгә һыу юлын күрһәткән.

Ауылдың уңған хужабикәһе Фәниә Аминева йәштәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы самауыр ҡайнатып, өҫтәл тулы ризыҡ менән ҡаршы алған. Йырлашып, бейешеп, йола буйынса хужабикәгә хаҡын түләп, йәш килен, мөлдөрәмә тулы биҙрәләр менән яңы тормош юлына аяҡ баҫҡан.

Закир һәм Снежана Рәшитовтарға мөхәббәткә күмелеп, бер-береһен аңлап, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ, тиҙәр әбештәр.

https://vk.com/telekanal_salyam?w=wall-254895_66395

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: