Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 17:49

Шағирҙың исеме мәңгеләштерелде

Сараға әҙиптең дуҫтары, яҡын кешеләре, туғандары, ҡәләмдәштәре һәм ижадын яҡын күреүселәр йыйылды.

Шағирҙың исеме мәңгеләштерелде
Шағирҙың исеме мәңгеләштерелде

Шағирҙың исеме мәңгеләштерелде

Стәрлетамаҡта башҡорт шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Сараға әҙиптең дуҫтары, яҡын кешеләре, туғандары, ҡәләмдәштәре һәм ижадын яҡын күреүселәр йыйылды.

Өфөнән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флюр Ғәлимов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләүт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты, доцент Вадим Тулымбаев һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр килде.

Рауил Ниғмәтуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһында яҡты иҫтәлек ҡалдырған шәхес.

Рауил Хөрмәт улы 1984 йылда Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһына нигеҙ һала һәм уның беренсе етәксеһе була. 1989 йылда рәсми Мәскәүҙән Стәрлетамаҡта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. 1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, "Стәрле таңдары"гәзите сыға башлай. Аҙаҡҡараҡ ул бөгөнгө "Ашҡаҙар" гәзитенә әйләнеп китә.

Таҡтаташ асыуҙың матди яғын үҙ өҫтөнә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм шағирҙың балалары алған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: