Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Марта 2024, 07:14

Улар сәскәне үҙҙәре үҫтерә

Беҙҙең районда эшлекле, тырыш ҡыҙҙар булыуы менән ғорурланам.

Добавить в предпочтительные источники Google
Улар сәскәне үҙҙәре үҫтерәУлар сәскәне үҙҙәре үҫтерә
Улар сәскәне үҙҙәре үҫтерә

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов районда ләлә сәскәләрен үҫтереүсе ҡыҙҙар Лина менән Дилбәр тураһында һөйләне:
“Аҡъяр ҡыҙҙары гөлләмә бүләк итеүҙәрен көтөп ултырмай - улар сәскәләрҙе үҙҙәре үҫтерә. Әлбиттә, был шаяртыу. Беҙҙең районда эшлекле, тырыш ҡыҙҙар булыуы менән ғорурланам.
Өйҙә тюльпан үҫтереү еңелдән түгел. Лина Күлбулдина бер нисә йыл элек интернетта ләлә сәскәләрен өйҙә лә үҫтерергә булғанын күреп, илһамлана. Ике йыл буйына нескәлектәрҙе өйрәнгәс, быйыл, ниһайәт, эшләп ҡарарға булалар. Дилбәр Рәхмәтоваға ла ире ярҙам итә.
- Был сәскәләрҙе етештереүселәр менән сағыштырғанда беҙ үҫтергән күләм - ул диңгеҙҙәге тамсы, әммә башланғыс һалынған, - ти ул.
Был һүҙҙәр ҡыҙҙарыбыҙҙың туҡталып ҡалырға йыйынмауын аңлата, тимәк, Хәйбулла районында үҫтерелгән ләлә сәскәләре халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы гел ҡыуандырып торһон! Уларға уңыштар теләйем!”

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас