Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Март 2024, 13:05

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?

Рамаҙан айында кешенең алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин.

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?
Фытыр саҙаҡаһын ҡасан һәм күпме түләргә?


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты фытыр саҙаҡаһының, фидиәнең, зәкәт өсөн нисәптең күләме тураһында ҡарар ҡабул итте.

Рамаҙандың башланыу көнө – 10 март, ҡояш байығас
Ураҙа тотоуҙың тәүге көнө – 11 март
Оҙайлығы – 30 көн
Ураҙаның һуңғы көнө – 9 апрель

Тәүге тәрәүих 10 мартта йәстү намаҙынан һуң уҡыла
Зәкәт өсөн нисәп – 495 000 һум (алтын хаҡы буйынса)
Фытыр саҙаҡаһын түләү өсөн нисәп – 43 000 һум (көмөш хаҡы буйынса)
Фытыр саҙаҡаһы күләмен арпа буйынса иҫәпләгәндә – 150 һум, йөҙөм буйынса – 1000 һум

 

Ураҙа – мосолман өсөн фарыз ғәмәл, уны ниндәйҙер сәбәп менән тотмаған осраҡта йә аҙаҡтан көнөнөкөн көнөнә тотоп ҡаза ҡылына йәки фиҙиә саҙаҡаһы түләнә.
Рамаҙан айында кешенең алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин.
Беренсеһе – сәләмәтлек булмау. Һауыҡҡас, ул кеше ураҙаһын көнгә-көн тотоп бөтөрә, йәғни ҡаза ҡыла.
Икенсе сәбәбе – алыҫ сәфәрҙә булыу. Әгәр кеше транспортта йөрөп, яҡын аралыҡта булып, юлы ауырлыҡ тыуҙырмай икән – ураҙаны боҙоуға сәбәп юҡ. Ә инде кисектергеһеҙ сәбәптәр арҡаһында алыҫ юлға сыҡҡанда тотоуы ауыр икән, ураҙаһын ҡалдырып тора ала һәм рамаҙан айы үткәс, көнөнә-көн тотоп ҡуя – ҡаза ҡыла.
Мосолман ҡатынға (мөслимә) йөклө булғанда йәки бала имеҙгәндә, балаға йә үҙенең һаулығына зыян килерҙәй булһа, һөтө бөтөүе ихтимал булғанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бының өсөн фиҙиә түләнмәй, аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуя.

Фидиә күләме – ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 400 һум (һаулыҡ торошо буйынса тота алмағанда йәки икенсе ваҡытҡа күсереү мөмкин булмаһа)

Ураҙа байрамы – 10 апрель.

 

https://vk.com/ufa_barakat?w=wall-81092847_5002

Автор:
Читайте нас