+22 °С
Ямғыр
Рәшиҙә Хәмзина яугирҙәргә бер айҙа 30 пар ойоҡбаш бәйләгән.
Күгәрсен районының Исем ауылынан Рәшиҙә инәйҙең изге эше хаҡында район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин үҙенең сәхифәһендә яҙған:
"Рәшиҙә апай ғүмер буйы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Уның улы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, шуға күрә ул, һис шикһеҙ, беҙҙең һалдаттарға ярҙам итергә ҡарар иткән. Һеҙгә һәм һеҙҙең ҡулдарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, Рәшиҙә апай! Һеҙ бәйләгән ойоҡбаш балаларыбыҙҙы йылытһын!"