+24 °С
Ямғыр
Өфөлә бер төркөм үҫмерҙәр И. Якутов исемендәге паркта граждандар һуғышы геройҙары һәм [Октябрь] революцияһында ҡатнашыусылар ҡәберендәге мәңгелек утты һүндергән, унда беренсе башҡорт чекисы Н. И.Зенцов ерләнгән. Әлеге ваҡытта бөтә дүрт тәртип боҙоусы ла асыҡланған."Әлеге осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре дүрт бәлиғ булмаған баланы асыҡлаған. Улар тәфтиш органдарына тапшырылған», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» ға БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
"Башинформ"
Анастасия Другова