Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке БДУ) башҡорт филологияһы , көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетының 1-се курс студенты, башҡорт телен һәйбәт белеүе арҡаһында (!!!) айына 58 мең стипендия алып уҡыусы Ҡолғанала тыуып үҫеп, Яуымбайҙа уҡып, аҙаҡ Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта белем алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа 5 йыл рәттән ҡатнашып, призлы урындар яулап, СВОШ-та (төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы) призер булғаны өсөн УУНиТ-ҡа һынауһыҙ-ниһеҙ инеп, юғары стипендияға өлгәшкән Бөрйән ҡыҙы кисә үҙе уҡыған факультетта үткән “Һылыуҡай” конкурсында Гран-при яулаған!
“Әле мин башҡорт һәм ҡытай теле уҡытыусыһы булырға белем алам. Хыялым - тормошта үҙ урынымды табыу һәм бәхетле йәшәү, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, балаларҙы иманлы, башҡорт рухлы итеп тәрбиәләү, үҫтереү. Рухым көслө, маҡсаттарым ныҡлы”, -ти Зөлхизә.
Уңыштар, һылыуҡай!
https://vk.com/bashkortostanim?w=wall-153665096_199749