+24 °С
Ямғыр
Стәрлетамаҡта "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2024» асыҡ республика конкурсының финалы үтте. Мәсәғүттән Шафиҡовтар ғаиләһе конкурстың еңеүсеһе тип билдәләнде.
Быйыл конкурсҡа 100-ҙән ашыу башҡорт ғаиләһе заявка биргән, шуларҙың 14-е финалға үткән. Конкурс «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре»номинацияларында уҙғарылды.