Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
8 Март 2024, 06:48

Гөлфиә Юнысова

Кем донъяға кеше бүләк итә, Ә кешегә - яҡты донъяны. Тойғолары ҡояш кеүек ҡайнар - Иретерлек гранит ҡаяны!

Гөлфиә ЮнысоваГөлфиә Юнысова
Гөлфиә Юнысова

Кем донъяға кеше бүләк итә,
Ә кешегә - яҡты донъяны?
Тойғолары ҡояш кеүек ҡайнар ,
Иретерлек гранит ҡаяны ?

Кем күңеле тулған айҙай серле,
Яҙҙар һамаҡ наҙлы, яғымлы?
Шатлыҡтарын башҡаларға бүлеп,
Ҡайғыларға - түҙем, сабырлы?

Кем йылмайһа, йәйге таң атҡандай,
Балҡып китә шундуҡ тирә-яҡ.
Нәфислектә - гөлдәр һоҡланырлыҡ,
Көслөлөктә -  тиңе юҡ һымаҡ.

Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,
Изгелеге - үлсәү тапҡыһыҙ?
Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы .
Тормош ҡото - Әсәй, ҡатын-ҡыҙ!

 

Гөлфиә Юнысова.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас