Шоңҡар
0 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Марта 2024, 06:27

Иртә өлгөргән сорттарҙы март аҙағында ултыртығыҙ

Шунан сығып ҡасан сәсергә кәрәклеген иҫәпләүе ауыр түгел.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иртә өлгөргән сорттарҙы март аҙағында ултыртығыҙИртә өлгөргән сорттарҙы март аҙағында ултыртығыҙ
Иртә өлгөргән сорттарҙы март аҙағында ултыртығыҙ

Иртә өлгөргән сорттарҙы март аҙағында ултыртығыҙ.

Һәр сорттың өлгөрөү ваҡыты төрлөсә. Ҡағиҙә булараҡ, был мәғлүмәт орлоҡтоң ҡабына яҙылған була. Шунан сығып ҡасан сәсергә кәрәклеген иҫәпләүе ауыр түгел.
Иртә өлгөргән сорттарҙы тупраҡҡа 60 – 65 көнлөк булғанда ултырталар. Июндең ундарына тиклем беҙҙә ҡырауҙар төшөү ҡурҡынысы бар. Әгәр ҙә ҡаплап үҫтерергә мөмкинлек булмаһа, иртә өлгөргән сорттарҙы март аҙағы-апрель башында ғына ултыртырға кәрәк. Теплицағыҙ булһа, унда помидорҙы май башында уҡ ултыртырға була. Тимәк, орлоҡтарҙы ла марттың уртаһынан ҡалмай сәсергә кәрәк.
Магазинда әҙер тупраҡ та һатыла, ләкин тәжрибәле баҡсасылар үҙең әҙерләгәне күпкә яҡшыраҡ тип иҫәпләй. Уның составында үҫемлектәр йәй буйы үҫәсәк ерҙең тупрағы булһа, стресты еңелерәк кисерәләр һәм тамырҙары ла тиҙерәк нығый икән.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/

Автор:
Читайте нас