Салауат районы Әлкә ауылынан Динара һәм Айрат һәм Шәмсетдиновтар күптәргә өлгө булырлыҡ матур тормош көтә.
Айрат - Әлкә ауылы егете. Дыуан ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлеген тамамлаған. Динара - Мәсетле районының Ҡотош ауылынан, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған. Икеһе лә һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалған. Айрат әле фермер хужалығы асып, йылҡы малы, һыйырҙар үрсетә, ә ҡатыны Әлкә урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Ғаиләлә өс бала: Айгүзәл, Айзилә һәм Динислам. Ҡыҙҙар икеһе лә Өфөлә медицина колледжында белем ала, ә улдары Әлкә урта мәктәбендә уҡып йөрөй. Балалар район, республика конкурстарында даими ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Бәләкәй саҡтан уҡ һыбай йөрөйҙәр, аттарҙы һабантуйҙарға әҙерләйҙәр.
"Йыл һайын бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ, призлы урындар алабыҙ. “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирында ла финалға сыҡтыҡ. Ғаиләбеҙ менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә лә яратабыҙ", - ти Шәмсетдиновтар.
Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_77022