+24 °С
Ямғыр
Вокалистарҙың асыҡ республика бәйгеһе 22 мартта Яңауыл ҡалаһында үтәсәк. Унда 12 йәштән өлкән һәүәҫкәр башҡарыусылар һәм профессиональ йырсылар ҡатнаша ала.
Яңауыл мәҙәниәт идаралығы хәбәр итеүенсә, конкурсҡа бер халыҡ йыры һәм Радик Гәрәев репертуарынан композиторҙар ижад иткән бер йыр, романс йә ария әҙерләп килергә кәрәк була. Конкурс бер турҙа үтә.
23 мартта РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевҡа 68 йәш тулған булыр ине.