+24 °С
Ямғыр
Әлшәй районының Себенле ауылынан Шәрипҡоловтар ғаиләһе бриллиант юбилейын билдәләне.
Алтмыш йыл элек Рауза Ислам ҡыҙы менән Сәрәүиәтдин Хәйретдин улы тормошта иң мөһим ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итеп, сәстәрен-сәскә бәйләгән. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер уларҙы ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре ҡыуандыра. Уларҙың йорто тупһаһынан ҡунаҡтарҙы ауылдаштары бүләк иткән «Иң өлгөлө ғаилә» яҙыуы ҡаршы ала. Юбилярҙар күп йылдар бергә ғүмер итә, йәш ваҡыттағы кеүек бер-береһен яратып йәшәй. Уларҙың ғаиләһе - мөхәббәт, көс һәм илһам сығанағы.