Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Март 2024, 08:40

Уйнап-көлөп - үҙебеҙҙән көлөп

Әле яңы тормош башлаған балалар кешенең иң изге төшөнсәһенән мыҫҡыл итергә маташа. Һәр кемебеҙҙең ғаиләһе, туғаны, ғәзиз ата-әсәһе бар: һәм ул Изге, уға бысраҡ ҡул менән ҡағылырға ярамай.

Уйнап-көлөп - үҙебеҙҙән көлөпУйнап-көлөп - үҙебеҙҙән көлөп
Уйнап-көлөп - үҙебеҙҙән көлөп

Башҡорт КВН-сылары араһындағы тупһыҙ шаяртыуҙы күреп, үҙ фекеремде яҙырға булдым. Әле яңы тормош башлаған балалар кешенең иң изге төшөнсәһенән мыҫҡыл итергә маташа. Һәр кемебеҙҙең ғаиләһе, туғаны, ғәзиз ата-әсәһе бар: һәм ул Изге, уға бысраҡ ҡул менән ҡағылырға ярамай. Бында үҫмерҙәр Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатыны ниндәй милләттән булыуына ишаралап, көлкө тыуҙырырға тырыша. Мин был сығышта бер көлөр урын да тапманым. Улайһа башҡа бөйөк башҡорт шәхестәребеҙҙән дә мыҫҡыл итергәме хәҙер?! Белгегеҙ килһә, халыҡтың яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың ҡатыны - украин милләтенән (уҡыусылар нәҡ Рәми Ғарипов гимназияһынан шикелле), Мортаза Рәхимовтың ҡатыны - татар, бөйөк композитор Заһир Исмәғилевтең ҡатыны - нижгар мишәре, яҡташығыҙ генерал Таһир Күсимовтың ҡатыны - Ҡазан татары... Урыҫ, йәһүд, сыуаш һ.б. милләт вәкилдәре менән ғаилә корған шәхестәребеҙ байтаҡ. Шунан?? Арҙаҡлы ағайҙар башҡорт булыуҙан туҡтамаған, халҡын һәм илен данлаған, уға бирелеп хеҙмәт иткән. Уларҙан көлөп - беҙ үҙебеҙҙән көләбеҙ! Күп милләтле Рәсәйҙә башҡа милләт менән ҡатышып (килен алып!), ирҙәр өсөн ҡан яңыртып тороу борондан килгән йола. Кешеләр милләткә ҡарап түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса, мөхәббәткә һыйынып ғаилә ҡора!
Ғөмүмән, Кешенең шәхси тормошона ҡыҫылыу, уны халыҡ алдында тикшереп, кәмһетергә тырышыу - бик алама һыҙат, түбәнселек! Ярай был уҡыусылар әле бала ғына, үҫкәс хаталарын аңларҙар. Ә шунда ҡул сабып ултырғандарҙы, йәиһә интернетта "ҡыйыу икәнһегеҙ! Афарин!" тип ҡотортоп комментарийҙар ебәреүселәрҙең ҡылығын нисек аңларға?!
Кешенең шәхси кейемендә соҡонмағыҙ. "Үҙем республикам, халҡым өсөн нимә эшләнем һуң?" тип һәр кем үҙенә һорау бирһен.
Бөгөн Башҡортостан күҙгә күренмәҫлек итеп үҙгәрештәр кисерә: ниндәй шәп мәктәптәр ҡалҡып сыға, баш ҡалабыҙ һәм райондар көндән-көн матурлана, ауылдарҙа яңы ФАП-тар төҙөлә, ғорур һәйкәлдәр ҡуйыла, башҡа социаль объекттар сафҡа индерелә. Һәр эштең башланғысында - Башлығыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте. Рәхмәтле була белергә кәрәктер...

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. 

Уйнап-көлөп - үҙебеҙҙән көлөп
Уйнап-көлөп - үҙебеҙҙән көлөп
Автор:
Читайте нас