Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Март 2024, 09:05

Тормош матурлығы – уның булмышында

– Тормош шул тиклем матур бит ул, ҡәҙерен генә белергә кәрәк. Дуҫтар, туғандар менән һөйләшеп китәбеҙ ҙә, тормошоңдо үҙгәртер инеңме, тип һорау биреп ҡуялар.

Тормош матурлығы – уның булмышындаТормош матурлығы – уның булмышында
Тормош матурлығы – уның булмышында

Уҡытыусы... Был һүҙҙе әйткәндә үк оло яуаплылыҡ, тырышлыҡ, хәстәрлекле булыу, балаларҙы ихлас яратыу, шул уҡ ваҡытта талапсанлыҡ кеүек һыҙаттарҙы күҙ алдыңа килтерәһең. Таһир Күсимов исемендәге Асҡар башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Фәнилә НӨҒӘМӘНОВА үҙ асылына был сифаттарҙың барыһын да һыйҙырған. Бөгөнгө заманда уҡытыусыларға айырыуса ауырға тура килә: заман технологиялары аша балалар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте “һә” тигәнсә таба, китапҡа ҡыҙыҡһыныу кәмей. Уҡыу процессы ла пандемия арҡаһында онлайн форматҡа күсеп алды. Был инде уҡытыусыларҙан икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Сер түгел: күптәр педагог һөнәренә уҡып сығыуға ҡарамаҫтан, мәктәпкә эшкә атлығып тормай.

 

Фәнилә Мансур ҡыҙы иһә уҡытыусы булыуына һис кенә лә үкенмәй. Киреһенсә, көндән-көн оҫталығын арттыра, камиллаша, яңылыҡтар аса. Уның булмышы шундай: йәшәйешенең һәр көнөн бәләкәй генә байрамға әүерелдерә ул. Хатта борсолоуҙар, бер аҙ көйөнөстәр булғанда ла донъя матурлығын күрә белә. Һәр көнө, һәр сәғәте иҫәпле булыуға ҡарамаҫтан, күңеленә яҡын шөғөлдәргә лә, кешеләргә лә ваҡыт йәлләмәй.
– Тормош шул тиклем матур бит ул, ҡәҙерен генә белергә кәрәк. Дуҫтар, туғандар менән һөйләшеп китәбеҙ ҙә, тормошоңдо үҙгәртер инеңме, тип һорау биреп ҡуялар. Мин бөтөн нәмәнән ҡәнәғәтмен. Аллаға шөкөр, яратҡан тормош иптәшем, ғаиләбеҙгә йәм биргән балаларыбыҙ бар. Атайым менән әсәйем, ҡайным менән ҡәйнәм иҫән һау, беҙҙең өсөн өҙөлөп торалар. Эшемә яратып киләм, өйөмә ашҡынып ҡайтам. Ҙур, татыу коллективта эшләйем, хеҙмәттәштәрем менән уртаҡ тел таба алдым. Тирә-яғым тик яратыу һәм дуҫлыҡ хистәренә тулы. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкин түгел, – тип бәхет серен сисеүҙән башланды беҙҙең әңгәмә.
Тәү ҡарашҡа етди, айыҡ аҡыл менән йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ булып күренһә лә, Фәниләгә нескә, хистәргә бай күңел хас. Был юҡҡа түгел: ул үҙен белә-белгәндән йырларға ярата. Килгән ҡунаҡтар һәр ваҡыт ултырғысҡа баҫтырып йырлата, ә кескәй ҡыҙ уны ҙур сәхнәләй тойоп, бирелеп китеп, рәхәтләнеп йырлай. Үҫә килә ултырғысты тыуған ауылы Ишкилденең мәҙәниәт йортоно сәхнәһе алмаштыра. Һәр концерт, һәр кисә тиерлек Фәниләнең йыры менән башланып китә йә тамамлана. Үтәгән мәктәбенә уҡырға барғас та йырҙы ташламай ул. Әйткәндәй, ҡыҙ талантлылар нәҫеленән. Атаһы Мансур ағай Усмановты Әбйәлилдә генә түгел, ә тотош республикала һандыҡ оҫтаһы тип беләләр. Янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләһә лә, буш ваҡыттарын ағас кәсебенә арнай. Ғүмере буйы фельдшер булған Нурия апай нәҫелендә иһә барыһы ла йә йыраусы, йә сәсән, йә бейеүсе. Тик әсә кеше ҡыҙының сәнғәт юлынан китеүен теләмәй, уҡытыусы һөнәрен һайларға тәҡдим итә. Сибай институтының филология факультетына барып ҡарарға була Фәнилә. Тап шул саҡта уларға ике туған апаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина килә. Һеңлеһенең уй-ниәтен белгәс: “Һин бит йырларға яратаһың. Әйҙә Өфөгә, музыка уҡытыусылары әҙерләгән педагогия колледжына”, – тип үҙе менән баш ҡалаға алып килә. Был кәңәше өсөн Фәнилә уға һәр ваҡыт рәхмәтле.
Талантлы ҡыҙ, конкурс ҙур булыуға ҡарамаҫтан, уҡырға инеп китә. Махсус музыка белеме булмағанлыҡтан тәүге йылдарҙа ауырға тура килә, әллә икенсе йүнәлеш буйынса китергәме, тигән уйҙар ҙа инә башына. Ныҡышмал холҡо ғына артҡа сигенергә бирмәй. Фортепьяно, баянда уйнарға, балалар менән эшләү нескәлектәренә өйрәнә. Студент тормошоноң күңелле мәлдәре лә булып тора: концерттар, дуҫтар менән үткән ял көндәре, төрлө кисәләр... Һәм шуларҙың береһендә Фәнилә үҙенең ғүмерлек йәре менән таныша. Дөрөҫөрәге, “Йәш йөрәктәр” концертынан һуң ҡайтырға сыҡҡан мәлдә уға бер егет һүҙ ҡуша. Танышып киткәс, уларҙың яҡташ булыуы, хатта бер үк дөйөм ятаҡта йәшәүе асыҡлана. Был осрашыу йәштәрҙе тәү ҡараштан мөхәббәт барлығына ышандыра.
Өфө педагогия колледжын тамамлағас, Фәнилә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында эш башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Шул йылда һөйгәне Илнур менән сәстәрен сәскә бәйләй. Ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. 2011 йылда йәш белгес Таһир Күсимов исемендәге гимназияға эшкә урынлаша. Фәнилә Мансур ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмағанын студент йылдарында уҡ аңлай. Яратҡан һөнәренә бар күңелен биреп тотона:
– Минең төп эшем – музыка буйынса белем биреү, йәғни йәш быуынды моң аша тәрбиәләү. Ер йөҙөндә талантһыҙ бала булмай, Хоҙай Тәғәлә һәр кемгә өлөш сығара. Кемдер – йырға, кемдер һүрәт төшөрөргә һәләтле. Ҡайһы берәүҙәр сәсәнлек менән алдыра. Дөрөҫ кәңәш кәрәк. Ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың бурысы – ошо йүнәлеште биреү. Эшләй башлағас, дәрес ваҡытында йырға һәләтле балалар менән айырым шөғөлләнә башларға ниәтләй инем. Тик ул бер аҙ кисектерелә килде, декрет ялынан һуң ваҡыт еткерә алманым, мәшәҡәттәр ҙә етерлек булды. Ә биш йыл элек хыялымды тормошҡа ашырып, “Талисман” тип аталған вокаль ансамбль ойоштороп ебәрҙем. Тәүге осорҙа 14 бала йөрөй ине, ваҡыт үтеү менән йырларға теләүселәр һаны арта барҙы. Бөгөн беҙҙә 28 бала шөғөлләнә. Ошо арала, тәүге юбилей айҡанлы, концерт программаһы әҙерләргә ниәтләйбеҙ. “Талисман”дан сыҡҡан өс уҡыусым – Дилүзә Үтәева, Дилара һәм Гөлфинә Латиповалар юлымды дауам итеп, мин тамамлаған Өфө педагогия колледжына уҡырға инде. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул! Тимәк мин уларға эшем, һөнәрем менән өлгө була алғанмын. Коллективта дуҫлыҡ, татыулыҡ булһа ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ошо атмосфераны һаҡлау өсөн йырлап ҡына ҡалмайбыҙ, ял көндәрендә даими төрлө күңелле саралар ойошторабыҙ. Ансамбль йырсылары яйлап ҙурая, мәктәпте тамамлап, таралыша ла башланы. Уларға лайыҡлы алмаш әҙерләргә лә кәрәк. Шул маҡсаттан быйылғы 1-се класс уҡыусыларынан әҙерлек төркөмө ойошторҙом. Унда ла 30-лап бала йөрөй.
Фәнилә Мансур ҡыҙы үткән йыл шулай уҡ айырыуса талантлы балалар менән айырым шөғөлләнә башлаған. Тәүге уңышы ла бар: “Тамыр” телеканалының “Сулпылар” республика конкурсында Тамирлан Әбүшахманов “Иң халыҡсан йырсы” номинацияһына лайыҡ булған. 262 конкурсант араһынан финалға үтеү ҙә еңеүгә тиң бит! Быйыл инде бындай конкурстарҙа ҡатнашырға теләүселәр ҙә күберәк.
Рәмил Нурислам улы Әхмәтов етәкләгән Таһир Кусимов исемендәге гимназияның районда абруйы ҙур, яҡшы даны бар. Унда 900-ҙән ашыу бала уҡый, уларға 70-ләгән уҡытыусы белем бирә. Уларҙың һәр береһе менән Фәнилә Мансур ҡыҙы уртаҡ тел табырға тырыша – бынан биш йыл элек уның иңенә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһы ла йөкмәтелгән. Кемеһе маҡтауға лайыҡ, икенселәр ярҙамға мохтаж, өсөнсөгә талапсан да булыу кәрәк. Ҙур, татыу коллективта төрлө хәлдәр булғылай. Үҙ-ара ихтирам, хөрмәт булғанда ғына ауырлыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә һиҙелмәй бит. Тәжрибә уртаҡлашыу, ололарға хөрмәт, йәштәргә ҡарата иғтибар – гимназия коллективындағы ошондай ыңғай күренештәр һәр уҡытыусыға дәрт бирә. Фәнилә Нөғәмәнованың үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡарыуына ла ошо сәбәпсе. 2015 йылда ул йәш уҡытыусыларҙың “Өмөт” конкурсында ҡатнашып, район кимәлендә гран-при алған. 2019 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабында еңгән, ә республика кимәлендә “Еңеү дәресе” номинацияһын яулаған. Ике йыл рәттән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡҡан.
Ғөмүмән, Фәнилә Мансур ҡыҙы әүҙем тормош менән йәшәй. Уны гимназияла ғына түгел, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә осратырға була. Ҡатын-ҡыҙҙар советының Йәштәр палатаһы, Асҡар ауыл биләмәһе советы ағзаһы. Шулай уҡ ирекмәндәр эшендә лә әүҙем ҡатнаша. “Меркурий” ирекмәндәр хәрәкәтенең Әбйәлил районы буйынса етәксеһе Рушан Әхмәтйәнов уға мәҙәни саралар, хәйриә концерттарын ойоштороуҙы ышанып тапшырған. Тормошта ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға ашҡынып торған ҡатынға һоҡланмау мөмкин түгел. Уҡытыусы эшенең һанап бөткөһөҙ ваҡ мәшәҡәттәре араһында мәрхәмәтлеккә, йәмәғәт эшенә, ғаиләһенә ваҡыт тапҡан уңған ҡатын ул Фәнилә Мансур ҡыҙы.
– Ҡатын-ҡыҙ өсөн тормош тотҡаһы, донъя йәме – ул ғаилә. Был яҡтан да бәхетлемен, Аллаға шөкөр. Ата-әсәйебеҙ беҙгә – ике ҡыҙына дөрөҫ тәрбиә биргән. Сабырлыҡҡа, кәрәк саҡта әйтер һүҙеңде эстә ҡалдырырға өйрәттеләр. Ул саҡта аңлап та етмәгәнмендер, әммә бөгөн ошо һыҙат мине күпме үкенестәрҙән һаҡлап ҡалғанын аңлайым! Ваҡыт үтеү менән кешегә булған асыу ҡайта, тынысланаһың. Ә ҡыҙыу саҡта әйтелгән һүҙҙе кире алып мөмкин түгел. Халыҡ педагогикаһына таянып йәшәй ата-әсәйем, беҙгә лә шуны һалдылар. Эшләгәнең – минең өсөн, өйрәнгәнең – үҙең өсөн, тип әйтә инеләр. Әсәйемдең һөнәре тынғыһыҙ булғас, өйҙәге эштәр Ләйсән һеңлем менән икебеҙ иңендә булды. Хеҙмәттән ҡурҡмай, эшһөйәр, тырыш булып үҫеүебеҙ шунан килә лә инде. Биш йәш айырма булыуға ҡарамаҫтан, һеңлем менән игеҙәктәр кеүек дуҫ, айрылғыһыҙ булып үҫтек. Мәктәптә, уйында, эштә – гел бергә булғас күңелле ине. Ул химик-технолог һөнәрен алып, ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Әлдә телефон, интернет кеүек аралашыу саралары бар тип ҡыуанам. Ғаиләбеҙҙә татыулыҡ күреп үҫкәс, һәр ваҡыт кейәүгә сығырға, матур ғаилә ҡорорға тип хыялландым. Илнур мине үҙенең сәмле, маҡсатлы булыуы менән үҙенә ҡаратты. Танышыуҙың өсөнсө көнөнә ул мине ҡайҙа алып барҙы, беләһегеҙме? Мәсеткә! Шунда уҡ уның иманлы, ышаныслы һәм донъя көтөрлөк кеше икәнен аңланым. Тәҡдим яһағас (танышыуға дүрт ай ҙа тулмаҫ элек!), ризалыҡ бирҙем. Хатта Өфөлә йәшәргә теләйем тип әйтергә лә онотҡанмын. Ә ғаилә ҡорғас, ул тыуған яҡҡа ҡайтырға теләүен белдерҙе. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, миңә ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Үкенмәйем, атай-әсәйемә, ҡайны-ҡәйнәмә яҡын булыуҙың һәйбәт яҡтары күп. Балалар бәләкәй саҡта улар беҙгә ярҙамсы ине, хәҙер беҙ уларға ял һайын барып, хәлен белеп, эштәрен башҡарып торабыҙ, – ти Фәнилә Мансур ҡыҙы.
Нөғәмәновтарҙың ғаилә ҡороуына 14-се йыл киткән. Йырға, бейеүгә маһир Гөлназ менән Батырхан исемле балалары буй еткерә. Тәүге осорҙа шәхси эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған Илнур ҡатынының өйҙә генә ултырыуын теләй, был йәһәттән хатта бәхәстәр ҙә булып ала. Аҙаҡ инде Фәниләнең тынғыһыҙ холҡон аңлағас, Илнур уға тулы ирек бирә. Һөйгәненең ҡанатлы күңелен, илһамлы булмышын бикләп тотоп булмаҫын белә ул. Һуңғы арала ҡатыны менән балаларына үҙе лә ҡушылып йырлап ебәрә, төрлө спорт сараларында ҡатнаша.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, тиҙәр. Нурия апай ҡыҙҙары Фәнилә менән Ләйсәнгә был аҡылды буй еткәнсе үк тәрбиәләй башлай. Кейәүгә сыҡҡас та өгөт-нәсихәттәр тынмай: “Иреңдең һүҙенән сыҡма. Унан үтеп һүҙ һөйләмә. Һәр эште башлар алдынан уның менән кәңәшләш, унан ярҙам һора. Өйөңдәге сүпте ситкә сығарма. Икәү арағыҙҙа хәл итерлек проблемаларҙы башҡаларға белдермә. Иреңде яҡты йөҙ, йылы аш менән ҡаршы ал...” Нөғәмәновтарҙың ғаилә бәхете күпселек ошо тәрбиәнән дә киләлер. Үҙенең генә түгел, иренең дә уңыштарына ихлас һөйөнгән, уңышһыҙлыҡтарҙы иһә сабыр ғына үткәрә белгән, ир абруйын күтәргән ҡатындан уңыуын йәшермәй Илнур Булат улы. Балалары алдында ла атай һүҙен өҫтөн ҡуя белә. “Атайың әйткәнсә булыр. Атайың рөхсәт бирһә...” Ябай ғына һүҙҙәр кеүек, әммә Гөлназ менән Батырхан өсөн ул оло мәғәнәгә эйә. Атай абруйы ҙур, уға арҡаланырға, унан кәңәш һорарға була. Хәйер, Фәнилә үҙе лә күп осраҡта иренең аҡылына таяна, ныҡлы терәге булыуға ышанып йәшәй. Үҙ йортон һалған, балаларға йән атып торған, ике яҡтың да ата-әсәләрен ихтирам иткән, ғаилә именлеге өсөн эшләгән лайыҡлы иргә лайыҡлы ҡатын булыу өсөн дә тырыша ул.
Ғаиләнең көнө иртә таңдан башлана. Фәнилә сәғәт 8-ҙә үк улы менән ҡыҙын янына ултыртып, “тимер атында” эшенә елдерә. Балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, йыр һәм йәмәғәт эштәре... Арып-талып ҡайтҡанда инде көн кискә ауышҡан була. Әйткәндәй, “Йәш ғаилә” программаһы буйынса Нөғәмәновтар өс йыл элек хөкүмәттән маҡсатлы ярҙам алып, яңы йорт һалып сыҡҡан. Иркен йортта кисен һәр кемгә үҙ эше менән шөғөлләнергә мөмкинлек бар: хужабикә йырлай-йырлай аш-һыу бүлмәһендә табын әҙерләй, Батырхан үҙ бүлмәһендә дәрескә әҙерләнә. Ә Гөлназ иркен залда яңы бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә. Ғаилә башлығы иһә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлын эҙләй. Был – ғәҙәти эш аҙнаһы. Ә оҙайлы ялдарҙа улар Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә, дуҫ-туғандары менән ҡунаҡҡа йөрөшә. Һәр ваҡыт бергә, берҙәм һәм татыу йәшәй улар.

 

Бәхетле ҡатын-ҡыҙ... Фәнилә Мансур ҡыҙы миңә бәхет төшөнсәһенең өлгөһө булараҡ күңелгә уйылды. Һәр ваҡыт үҙен гүзәл зат итеп тойоп, тейешле юғарылыҡта булып, кешеләргә хөрмәт менән ҡарап йәшәү... Һәр башҡарған эшенән ҡәнәғәтлек табып, уңыштары янына яңыларын өҫтәү, тәнҡиттән ҡурҡмау... Үҙ-үҙеңә лә талапсан булыу, башҡаларға дөрөҫ баһа биреү... Уҡыусылары өсөн борсолоу, уларҙың уңышына һөйөнөү... Ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, ир ҡатыны була белеү, хужабикә оҫталығына эйә булыу... Балалары өсөн йән атыу, уларҙы оло тормошҡа әҙерләрлек итеп тәрбиә, белем биреү... Уның асылында бик күп һыҙаттар бар. Барыһы ла тик бәхет сағылышы булып күҙгә ташлана. Шуға ла уның йөҙөндә һәр ваҡыт ихлас йылмайыу балҡый, күҙҙәренән мөләйемлек нуры бөркөлә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Әбйәлил районы.

Архив, 2021 йыл.

Автор:
Читайте нас