Һәр кем үҙ яҙмышында — үҙе рәссам. Нимәлер оҡшамай икән, төрлө буяуҙар ҡушып уны үҙгәртә, үҙенсә төшөрә ала. Әҙәм балаһында улар туҡтауһыҙ эҙләнеү, тырышлыҡ кеүек күркәм сифаттар менән билдәләнә...
Әсәһенән ҡасып китә
Лариса Иҫәнбаева – Белорет районы Сермән ауылынан. Бала сағынан ҡыҙыҡһыныусан була. Тиктормаҫ ҡыҙ волейбол, баскетбол, еңел атлетика менән даими шөғөлләнә. Үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәгән ҡыҙға спорт залының асҡысын да уҡытыусылары йыш ҡына ышанып тапшыралар. Музыка мәктәбенә лә йөрөргә өлгөрә. Гитарала уйнау серҙәренә теләп өйрәнә ул.
Тырышып уҡыған, төрлө яҡлап һәләттәрен асҡан Лариса мәктәпте тамамлағас, Свердловск ҡалаһына барып, рус-немец телдәре тәржемәсеһенә уҡырға уйлай. Тик әсәһе ҡаршы төшә. Ҡыҙын ер аяғы, ер башы ятҡан ергә – алыҫҡа сығарып ебәрергә теләмәй ул. Шулай итеп, бала саҡ хыялдарының береһе тормошҡа ашмай ҡала. Әммә ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу тураһындағы уйҙар уға тынғылыҡ бирмәй. Әсәһенән ҡасып тигәндәй, Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан техникумда һатыусыға уҡып сыға. Оҙаҡ йылдар был һөнәренә тоғро ҡала.
Уҡытыусыларына өйрәтә...
Лариса Насип ҡыҙының бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһынған өсөнсө шөғөлө – ул ҡул эше. Әсәһенең өләсәһе Разия Мотал ҡыҙының башалтай, бейәләй бәйләп ултырған ваҡыттарын күҙ ҙә яҙлыҡтырмай күҙәтеп ултыра. Тәүге һабаҡтарҙы тап унан ала ул. Сөнки уңған өләсәй Сибай ҡалаһынан бәрхәт тауары алдыртып ауылдаштарына заказға камзулдар тегә. Ә унан ҡалған тауарҙың, бәләкәй генә өлөшөн дә әрәм итмәй, ейәнсәрҙәренә күлдәктәр, ҡорама юрғандар эшләгәндә ҡушып ебәрә.
Оҫта ҡуллы Лариса Насип ҡыҙында атаһы яғынан бирелгән һәләт тә бар. Заманында Насип Таип улы тирә-яҡта балта оҫтаһы булараҡ таныла. Мейес тә сығара, ағастан төрлө йорт йыһаздары ла эшләй. Уның күҙ нурҙары түгелеп эшләнгән семәрле һандыҡтар күпме ҡыҙҙың бирнәһе булып йорт түрҙәрен биҙәне икән?! Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, оҫтаның дәрәжәһен йөн тетеү, иләү, бәйләү кеүек эштәрҙе башҡарыу тағы ла нығыраҡ күтәрә. Күп ҡырлы һөнәр эйәһенә ҡарап яҡташтары һоҡланалар, уға ихтирам, ҡәҙер-хөрмәт менән ҡарайҙар. Ҡыҙы өсөн иһә атаһы иң тәү сиратта ғорурлығы, терәк-таянысы булып һанала. Юҡҡа ғына, аталы бала – арҡалы, тимәйҙәр бит. Ҡыҙы ҡасау-сүкеш кеүек көслө заттарҙың эш ҡоралы һаналған әйберҙәрҙе ҡулына алһа ла, теләгенә ҡаршы төшмәй. “Донъя көткәндә барыһының да кәрәге тейер”, – тип өйрәтә, ағас менән эшләү серҙәренә теләп төшөндөрә.
Тормошто күп күргән кешенең тәрбиәһе, ысынлап та, ҡыҙының киләсәгендә ҙур роль уйнай. Өйҙә ире, улы юҡ саҡта, кәрәк ваҡытта кеше көнлө булып ултырмай ул. Һә тигәнсе йорт ҡаралтыларын үҙе йүнәтеп, төҙәтеп ҡуя. Шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарына ла йән өрә. Мәҫәлән, аяҡ аҫтында тулып, тирә-яғыбыҙҙы бысратып ятҡан пластик шешә, ҡапҡастар урамын биҙәй. Улар ярҙамында тропик үҫемлек пальма ла, кәртәләрҙә сәскәләр ҙә “үҫеп” сыға. Ҡапҡастар ҙа үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ образдарҙа “йәнләнә”. Сәйләндәрҙән төрлө һындар эшләй.
“Ҡул аҫтындағы бер нәмәне лә ташламайым. Иҫкерһә, ҡулланылышта кәрәге ҡалмаһа, уны нимәлә ҡулланырға мөмкин икән тип уйлана башлайым. Эҙләгән – таба, тиҙәр бит. Идеялар үҙенән-үҙе килеп сығып ҡына тора. Юл, урам буйҙарында аунап ятҡан пластик шешәләрҙе йыйып йөрөгәнемде күрһәләр, ҡайһы саҡта аптырап, сәйерһенеп ҡараусылар ҙа табыла”, – ти ул көлөмһөрәп.
Лариса Насип ҡыҙы үҫкән осорҙа “Пионерҙар йорто” ла йәш быуындың төрлө яҡлап һәләттәрен асырға булышлыҡ итә. Әлеге кеүек ата-әсәләр баланы ҡайҙа бирергә, айына күпме түләргә тип тә баш ватмай шул. Уҡыусылар ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнергә теләйҙәр — үҙҙәре хәл итә. Шуға ла үҙ аллы булып үҫәләр. Ҡул эштәренә күберәк өйрәнер өсөн үҫмер Лариса ла “Пионерҙар йорто”нда үҙ теләге менән шөғөлләнә башлай. Уҡытыусыларынан да уңа Лариса Насип ҡыҙы. Улар тырыш, ныҡышмал ҡыҙҙың теләгенә һәр саҡ ҡуш ҡуллап риза булалар. Был эштәр программала ҡаралмаған тип тә тормайҙар, үҙҙәре белгәндәрҙе өйрәтергә әҙер торалар.
Кеше уйлаған уйҙары, ҡылған эштәре, юлында осраған кешеләр ярҙамында шәхес булып үҫешә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тормошонда шул хәтлем яҡшы, һәләтле кешеләрҙән ҡул эштәренә өйрәнгән Лариса Насип ҡыҙына бөгөнгө көндә етеүсе юҡтыр. Пальто, күлдәк, кофта, итәк, плед кеүек кейем-һалымдарҙан башлап, өй түренә генә ҡәҙерләп ултыртып ҡуйырлыҡ төрлө сувенирҙар ҙа бәйләй ул. Яҡшы музыкант көйҙө бер тапҡыр ишетеү менән ноталарын айыра алһа, ул да шулай. Яңы бәйләм әйберҙәрҙе һүрәттә бер күреү менән схемаһыҙ-ниһеҙ, үҙ идеяларын ҡушып, ҡойоп ҡуйған һымаҡ итеп эшләй ҙә ҡуя. Күп ваҡыт ялтыр тышлы журналдарҙа бирелгән эштәрҙекенә ҡарағанда уныҡы яҡшыраҡ та килеп сыға. Оҙаҡ йылдар дауамында уның ҡул эштәре Белорет районында, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙың биҙәгенә әйләнгән. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ рәхмәт хаттары, грамоталары ла шул хаҡта һөйләй. Ғөмүмән, өлгөр ҡатын ауыл тормошона ҡағылышлы һәр эштә, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтеүҙе бурысы итеп һанай ул. Ун йыл самаһы Сермән ауылы мәҙәниәт йортонда “Оҫта ҡулдар” түңәрәген етәкләй. Башта уҡыусылар өсөн генә тәғәйенләнһә, хәҙер ул төрлө йәштәге гүзәл заттарҙы бергә йыйыусы түңәрәк һанала. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй унда. Лариса Насип ҡыҙын ҡасандыр “Пионерҙар йорто”нда ҡул эштәренә өйрәткән уҡытыусыларының береһе Анна Семеновна ла иң актив ағзаларҙың береһе икән. Һигеҙенсе тиҫтәне тултырған әбей, беренсенән, кеше менән аралашып йәшәүҙе хуп күрһә, икенсенән, заманса башҡарылған ҡул эштәренә лә теләп өйрәнә. Уҡыусыһының үҙе юлынан китеүенән ғорурлана ла.
Эйелергә ялҡауың килмәһә...
Заманды нисек кенә яманламаһындар, уйлы кешегә яйы ла, эше лә килеп сығып ҡына тора. Тыуған яғында Лариса Насип ҡыҙын шәхси эшҡыуар итеп тә беләләр. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек дәүләт тарафынан бирелә торған субсидия алып, үҙ эшен асҡан. Егерме гектарға яҡын ер алып, ғаиләһе менән төрлө юҫыҡта эшләп ҡарайҙар. Башта бәрәңге сәсәләр. Эйелергә ялҡауың килмәһә, ваҡытында ҡараһаң, ер бер ваҡытта ла буш ҡалдырмай. Иҫәнбаевтар ҙа мул уңыш алып ҡыуана. Тик яҙын ҡар һыуы баҫыуы арҡаһында, ҡоро килгән йәйҙәрҙә мәтеле ер шартлап кибә лә, йәш үҫентегә мандып китергә форсат бирмәй икән. Әлеге ваҡытта уңған, мал аҫрар, бесән эшләр өсөн төрлө техникаға эйә ғаилә был ерҙә үлән үҫтерә.
Бер ваҡыт йөҙләп ҡаҙ ҙа аҫрап ҡарайҙар. Ул йылда бер нисәүһе генә эттән таланып үлә. “Ҡош-ҡорт үҫтерер өсөн берәҙәк, хужалары тарафынан ҡаралмаған эттәр бәкәлгә һуға. Һыу яратыусы ҡаҙҙы, мәҫәлән, гелән генә күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап тороп ҡына булмай бит. Эттәр уларҙың ҡоро ергә сыҡҡандарын көтөп, аңдып ҡына торалар ҙа, “һунар”ҙарын башлайҙар. Шуға ла, был шөғөл күңелемә яҡын булһа ла, туҡталдым”, – ти эшлекле ханым, көрһөнөп.
Тормош иптәше Альберт Хәмитйән улы менән оҙаҡ йылдар дауамында таҡта ярыу эшен уңышлы алып баралар. Ағас эшкәртеүҙә яҡташтары өсөн эш урындарын да булдырған йүнсел хужалар. Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырған оҫта Лариса Насип ҡыҙы сәскә үҫтерергә лә ярата. Ҡыш уртаһынан уҡ рассада ултырта башлай, йәйен иһә йөҙгә яҡын төр сәскә баҡсаһын биҙәй.
Булдыҡлы, тырыш ғаиләлә бала тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Илдар менән Алина — БДАУ студенттары. Ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы, терәк улар. Алина бишенсе-алтынсы кластарҙа уҡыған сағында уҡ үҙ эшен булдырыу тураһында уйлана, хыяллана башлай. Яҡындары маҡсатлы үҫмерҙең теләгенә ҡаршы килмәй. Ҡыҙҙарының һорауы буйынса маникюр эшләү өсөн кәрәк-яраҡтар алып бирәләр. Шунан алып ул был эш менән етди шөғөлләнә.
– Уҡыусы сағында: “Әсәй, бүтәндәрҙеке менән сағыштырғанда ярты хаҡ ҡына алам. Ә эшем башҡаларҙыҡынан бер ҙә айырылмай бит”, – тип әйтә торған ине. Башта профессиональ белемгә эйә бул, шунан үҙең теләгәнсә эшләрһең”, – тип тыя килдем. Өфөгә уҡырға киткәс, ҡаш эшләргә лә өйрәнеп, сертификат алды. Әлеге ваҡытта үҙ эшен асырға хыяллана, – тип ҡыҙы хаҡында ғорурланып һөйләй Лариса Насип ҡыҙы.
Ваҡыт һәр беребеҙгә бер төрлө бирелә. Егерме дүрт сәғәтте ни рәүешле итеп үткәрәһең, ул шулай уҙа. Үҙ тормошоңдо сағыу буяуҙарға буяп, йәйғор янында урын алаһыңмы, әллә ҡыл ҡыбырлатырға ла иренеп, бар ғәйепте башҡаларға япһарып, үҙ өңөңә бикләнеп йәшәйһеңме – һәр кемдең үҙ урыны, үҙ юлы. Ә Лариса Насип ҡыҙы кеүек уңғандар һәр осорҙа ла теҙгенде үҙ ҡулына ала ла, күңел йылыһы, матур эштәре менән бүтәндәрҙе һоҡландырып йәшәүен дауам итә.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.