Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
16 Марта 2024, 13:19

Һайлауҙа Көнбайыш илдәре күҙәтеүселәренең булмауы Рәсәйҙең абруйын төшөрмәй

"Беҙҙең өсөн был әһәмиәтле түгел".

Һайлауҙа Көнбайыш илдәре күҙәтеүселәренең булмауы Рәсәйҙең абруйын төшөрмәйҺайлауҙа Көнбайыш илдәре күҙәтеүселәренең булмауы Рәсәйҙең абруйын төшөрмәй
Һайлауҙа Көнбайыш илдәре күҙәтеүселәренең булмауы Рәсәйҙең абруйын төшөрмәй

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа Көнбайыш илдәренән күҙәтеүселәрҙең булмауы Рәсәй өсөн бер ниндәй ҙә репутация булдырмай, тип белдерҙе Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта политолог, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Артур Сөләймәнов.  "Был, моғайын, Рәсәй менән һуңғы коммуникацияларҙы емереүсе Көнбайыштың үҙенә зыян килтерә. Беҙҙең өсөн был әһәмиәтле түгел.  Ә дуҫ илдәрҙән 100-ҙән ашыу дәүләт һәм халыҡ-ара ойошма вәкилдәре теркәлде. Ошо көндәрҙә улар Рәсәйҙең 55 төбәгендә булды, шул иҫәптән яңыларында ла, - тип билдәләне белгес.


Автор фотоһы

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас