Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
16 Марта 2024, 15:26

Һайлауҙар буйынса колл-үҙәккә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?

Бөтә шылтыратыуҙар ҙа теркәлә, һәм мөрәжәғәт иткән һәр кем яуап ала.

Һайлауҙар буйынса колл-үҙәккә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?Һайлауҙар буйынса колл-үҙәккә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?
Һайлауҙар буйынса колл-үҙәккә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?

Анна Сучкова әйтеүенсә, бөгөн 1934 йылғы кешенән шылтыратыу булған. Уны өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырған.

Шулай уҡ тауыш бирергә теләгән, әммә ваҡытлыса теркәлеү урыны булмаған кешеләр мөрәжәғәт итә. Бындай граждандарҙы Өфөлә 119-сы участкала (Октябрь Революцияһы урамы, 75-се йорт) көтәләр.

Анна Сучкова килгән һорауҙарҙы колл-үҙәк белгестәре 5-7 минут эсендә хәл итә тип билдәләне. Шулай уҡ ҡайһы бер һорауҙарҙы участка һайлау комиссияһына йәки территориаль һайлау комиссияһына бирәләр. Бөтә шылтыратыуҙар ҙа теркәлә, һәм мөрәжәғәт иткән һәр кем яуап ала.

Белгес һүҙҙәренсә, иртәгә, 17 мартта, колл-үҙәк иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Номеры: 7(3472) 18-16-84.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас