+22 °С
Дождь
Һигеҙ районда һайлаусыларҙың 65 проценттан ашыуы тауыш биргән. Улар иҫәбендә - Благовар, Илеш, Федоровка, Асҡын, Стәрлебаш, Балтас, Миәкә, Тәтешле. Өфөлә иһә иң күп кеше Дим районында ҡатнашҡан. Бында һайлаусыларҙың 61,37% тауыш биргән. Башҡортостан ҡалалары араһында Күмертау һәм Ағиҙел алда бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент һайлау 16 һәм 17 мартта дауам итә. Барлыҡ һайлау участкалары ошо көндәрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.