+22 °С
Ямғыр
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов бөгөн, 16 мартта, «Рәсәй президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә республикалағы һайлау участкаларында хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне.
"Дошмандарҙың йоҡлап ятмауы аңлашыла. Был көндәрҙә енәйәтселәр ҙа, илдәге хәлде тотороҡһоҙландырырға теләгән көстәр ҙә әүҙемләште", - тип билдәләне Марат Ғәҙелов.
Шулай уҡ ул республикала урнаға зеленка ҡойорға маташыуҙың ике осрағы теркәлеүен хәбәр итте. Ошо факттар буйынса тикшереү бара.
Билдәле булыуынса, бюллетендәрҙе боҙған һәм тауыш биреүгә ҡамсаулаған өсөн енәйәт яуаплылығы янай.