+22 °С
Дождь
Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет артисы Данир Хәмзинды һәм уның һөйөклө кәләше Гүзәлиә һылыуҙы ғүмерлеккә ҡауышыу көндәре - никахтары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Кейәү егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
Йәштәрҙе ғүмерҙәренең матур мәлдәре менән ҡотлайбыҙ! Сикһеҙ һөйөү, наҙ һәм мөхәббәт, яугирҙең һәм бөтә ир-егеттәребеҙҙең еңеү яулап, имен-һау, теүәл тиҙерәк ҡайтыуҙарын, тыныслыҡ, имен тормош теләйбеҙ!
Сибай концерт-театр берекмәһе