Римма Бикмурзина, "Рәхмәт" проектының вәкиле, «Рәсәй президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акция тураһында һөйләне.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Республика халҡы тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.
Бөгөн, 17 мартта, сәғәт 7.00 (Мәскәү ваҡыты) тирәһендә сайтҡа хакерҙар һөжүм иткән. Теркәлеүгә сит илдәрҙән секунд һайын тиерлек миллионлаған ғариза килеп, сайттың эше тотҡарланған.
Бәхеткә күрә, хәҙер сайт эшләй, тип билдәләне Римма Бикмурзина. Теркәлеү бөгөнгө көндөң 00.00 сәғәтенә тиклем оҙайтылған. Әлеге мәлдә бөтәһе 1 милли 300 мең кеше теркәлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, еңеүселәрҙе 15, 16 һәм 17 мартта көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр. Улар тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Махсус бүләктәр араһында һанлы техника, электр самокаттары, электр велосипедтары, телевизорҙар, самокаттар һәм велосипедтар бар.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024