Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Март 2024, 15:06

Ураҙа – диетаға ултырыу түгел

Ҡасандыр, Рамаҙан айында, бер танышымды осраттым. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып торғас, ураҙа хаҡында һүҙ сыҡты.

Ураҙа – диетаға ултырыу түгелУраҙа – диетаға ултырыу түгел
Ураҙа – диетаға ултырыу түгел

Ҡасандыр, Рамаҙан айында, бер танышымды осраттым. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып торғас, ураҙа хаҡында һүҙ сыҡты. Минең ураҙа тотоуым тураһында белгәс, танышым:

‒ Уның берәй файҙаһы бармы ул? – тип һорап ҡуйҙы.
‒ Бар, ‒ тинем мин, һис икеләнмәйенсә.
‒ Ниндәй?
‒ Ахирәттә уның файҙаһы тейә, ‒ тип яуап бирҙем.

Танышым ни тип әйтер икән, тип, ураҙаның был донъяла ла тәнгә, һаулыҡҡа ниндәйҙер файҙаһы булыуы хаҡында юрый өндәшмәнем.

‒ Ахирәттә?.. – тип бер аҙ ғәжәпләнә бирҙе яҡташым, йөҙөнә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ билдәһе сығарып.
‒ Эйе, барыбыҙ ҙа иртәме-һуңмы барасаҡ Ахирәттә...

Танышым был хаҡта ни уйлағандыр, бер Аллаһ ҡына белә, әлбиттә. Әммә ул ураҙа хаҡында һүҙ оҙайтырға теләмәне.

Бына шулай, бик күптәребеҙ, намаҙҙың, ураҙаның фәҡәт донъяуи файҙаһы хаҡында ғына уйлап, ныҡ хаталана. Намаҙ тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ уның аяҡ быуындарына, ҡан тамырҙарына булған файҙаһы, ә ураҙаның ҡан баҫымына, ашҡаҙанға һәм башҡа ағзаларға ыңғай тәьҫире хаҡында ғына һөйләшә башлай бәғзеләр. Бына шундай саҡтарҙа мин һәр саҡ: "Намаҙ – зарядка түгел, һәм ураҙаны ла диета тотоу тип һанамағыҙ", ‒ тип әйтәм. Сөнки был ғибәҙәттәрҙең төп тәғәйенләнеше – Ислам динендәге биш рөкөндөң береһен атҡарып, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына ирешеү.

Ураҙаның һәм намаҙҙың барыбыҙға ла Ахирәтебеҙ өсөн, унда Раббыбыҙ алдында яуап бирер өсөн кәрәклеген белергә тейешбеҙ. Намаҙ, ураҙа – һәммәбеҙҙең Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурысы! Ата-бабаларыбыҙ ҙа бына ошо хаҡиҡәтте белгән һәм, ниндәй генә ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, намаҙын һәм ураҙаһын ҡалдырыуҙан ҡурҡҡан. Уларҙы һис бер сәбәпһеҙ ҡалдырыу – оло гонаһ. Вайымһыҙлыҡ өсөн Ахирәттә һәммәбеҙ яуап бирәсәк. Ә Ахирәт тормошоноң барлығына ышанмау – тағы ла ауырыраҡ гонаһ, сөнки был – иман шарттарының береһен инҡар итеү! Ахирәткә ышанмаған кеше хатта Ислам диненән сығып китә. Ураҙа менән намаҙҙың мотлаҡлығын инҡар итеүсене лә ана шул нәмә көтә, Аллаһ һаҡлаһын!

"Һәр ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана", – тигән Аллаһ илсеһе ﷺ. Әгәр кеше ураҙаны ябығыу өсөн, һаулығын яҡшыртыу өсөн, ғөмүмән, диета ниәте менән генә тота икән, бындай ураҙа тик асығыу ғына була. Аллаһ Тәғәләгә иһә беҙҙең ҡоро асығыуыбыҙ кәрәкмәй. Шуға күрә ураҙаны дөрөҫ ниәт менән тотоу мөһим.

Әлхәмдүлилләһ, бына изге Рамаҙан айына ла килеп еттек. Һау-сәләмәт, теүәл генә итеп ураҙаларыбыҙҙы тотоп, изге бурысыбыҙҙы тулыһынса үтәргә һәм Уның ризалығына ирешергә һәммәбеҙгә лә насип булһын, тип Аллаһ Тәғәләгә доғалар ҡылайыҡ.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Хәлил Һөйөндөк


© "Ваҡыт!"

Автор:
Читайте нас