Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 20:11

Артурҙы табырға ярҙам итегеҙ

Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса...

Артурҙы табырға ярҙам итегеҙ
Артурҙы табырға ярҙам итегеҙ

 Әбйәлил районынан 35 йәшлек Артур Фәррәхов юғалған. «Лиза Алерт» ирекмәндәре социаль селтәрҙә ирҙең юғалыуы тураһында хәбәр итте.

Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса, һуңғы тапҡыр егетте 20 мартта Геологоразведка ауылында күргәндәр. Шул ваҡыттан алып  яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмаған.

Билдәләре: буйы 172 сантиметр, уртаса кәүҙәле, пеләш, күҙҙәре зәңгәр. Юғалған көндө Артур Фәррәховта капюшонлы күк куртка, зәңгәр джинсы, кроссовки кейгән.

Әгәр һеҙгә Артурҙың ҡайҙа икәнлеге хаҡында берәй мәғлүмәт билдәле булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 номерына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Автор:
Читайте нас: