Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 20:17

“Ғүмерем буйы ер һөрҙөм, иген сәстем һәм уңыш йыйҙым”

12 йәштән колхоз малын көтә, ҡарауылсы ла була.

“Ғүмерем буйы ер һөрҙөм, иген сәстем һәм уңыш йыйҙым”
“Ғүмерем буйы ер һөрҙөм, иген сәстем һәм уңыш йыйҙым”

“Ғүмерем буйы ер һөрҙөм, иген сәстем һәм уңыш йыйҙым”, – ти Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Сабирйән Сөләймән улы Аблаев үҙе хаҡында.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән аҡһаҡал бөгөн үҙенең 95 билдәләй!
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Сабирйән олатай ни бары 4-се класты тамамлап өлгөрә. Артабан үҫмергә уҡыу эләкмәй. 12 йәштән колхоз малын көтә, ҡарауылсы ла була. Һарыкүл МТС-ында тракторсылар курсын тамамлай. Артабан комбайнсы һөнәрен үҙләштерә. Слесарь булып та эшләй. Оҙаҡ йылдар Вәлит һөтсөлөк фермаһы, артабан машиналар ихатаһы, иген келәте мөдире вазифаһын башҡара, бригадирлыҡ эшен дә алып бара. 1991 йылда оло хөрмәт яулап, хаҡлы ялға сыға. Сабирйән Сөләймән улының Яңы Ергән ауылына килеп, балалары менән бергә йәшәй башлағанына ла ун һигеҙ йыл. Ул һабантуй, һайлауҙар булһынмы, оло йәшле олатай һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында. Һуңғы осор ғына бер аҙ йәше үҙен белгертә, ти яҡындары. Шулай ҙа алсаҡлығы, ихласлығы, тормош яратыуы әле булһа күҙҙәрендә нурлана. Ҡыҙы тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисергән Сабирйән Сөләймән улына һәм уның яҡындарына артабан да имен тормош, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_10133

Автор:
Читайте нас: