Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 10:45

Ике үҫмер юғалған

Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса...

Ике үҫмер юғалған
Ике үҫмер юғалған

Өфөлә 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов юғалған. «Лиза Алерт» ирекмәндәре социаль селтәрҙә малайҙарҙың юғалыуы хаҡында хәбәр итә.

Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса, уҡыусылар 30 мартта өйҙән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмай. Волонтерҙар малайҙарҙың Башҡортостандың төрлө райондарында булыуы ихтимал тип уйлай.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле.

Дамирдың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һорғолт сәсле, һоро күҙле. Ул ҡара куртка, күк спорт салбары, күк итек кейгән.

Әгәр һеҙгә үҫмерҙәрҙең ҡайҙа булыуы тураһында берәй мәғлүмәт билдәле булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 номерҙары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

 

Фото: Лиза Алерт Башкортостан

Автор:
Читайте нас: