Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Йәмғиәт
1 Апреля 2024, 06:58

Ағиҙел йылғаһында юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә

Волонтерҙар юғалғандар тураһында фейктар таратмауҙы һорай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙел йылғаһында юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итәАғиҙел йылғаһында юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә
Ағиҙел йылғаһында юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында юғалған ике үҫмерҙе эҙләү дауам итә. Граждандарҙы яҡлау идаралығы һыу ятҡылығын тикшереү видеоһын баҫтырып сығарған.

Малайҙарҙы иҫән-һау табырҙар тип ышаналар. Волонтерҙар юғалғандар тураһында фейктар таратмауҙы һорай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличев шәмбе, 30 мартта, 6-сы пристань янында юғалғайны. Һыу ятҡылығынан алыҫ түгел урманда малайҙарҙың рюкзактары табылған. Үҫмерҙәрҙең юғалыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, уны Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкин контролгә алған.

Автор:
Читайте нас