2024 йылдың 1 майынан маҡсатлы йүнәлтмә менән юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү өсөн яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә индерелә. Республика менән идара итеү үҙәгенән БСТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер бер генә юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, бер генә заказсыны һайларға мөмкин.
Белгесте уҡытыу тураһында килешеүҙе заказсы, абитуриент һәм университет араһында төҙөргә була, шул уҡ ваҡытта уҡыу йорто йылына ике тапҡыр заказсыға студенттың өлгәшеүе тураһында мәғлүмәт тапшырырға бурыслы.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң компанияла йәки ойошмала 5 йыл эшләү мотлаҡ (кәмендә 3 йыл).
«Үҙгәрештәр заказсыны эҙләү ысулына ла ҡағыла. «Рәсәйҙә эш» берҙәм платформаһы эш биреүселәрҙе, һөнәри уҡыу йорттарын һәм студенттарҙы берләштерәсәк. Бар мәғлүмәтте Башҡортостан вуздарының ҡабул итеү комиссиялары сайттарында табырға була. Һорауҙарҙы Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығының ҡыҙыу линия телефоны буйынса ла бирергә мөмкин: 8 (800) 301-44-55», — тип билдәләнеләр Республика менән идара итеү үҙәгендә.
Бынан алдараҡ республикала 2024 йылда студенттарға маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алыу өсөн квоталар раҫланғайны.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/na-tselevoe-obuchenie-v-vuzy-bashkirii-budut-prinimat-po-novym-pravilam-3711197
Фото: Vasilii Smirnov / www.globallookpress.com