Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 08:47

Көндәр ҡасан йылыныр?

Башгидрометүҙәктә хәбәр итеүҙәренсә...  

Көндәр ҡасан йылыныр?
Көндәр ҡасан йылыныр?

Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуы көтөлә. Ошо хаҡта төбәк синоптиктары һөйләне. Уларҙың һүҙҙәренсә, был аҙнала термометр бағанаһы 14 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Алдағы ике көндә, 3 һәм 4 апрелдә, яуым-төшөм фаразланмай.  Томан һәм ямғыр сигенә, ә уларға алмашҡа ҡоро һауа торошо киләсәк. Синоптиктар был көндәрҙә киҫкен ел иҫеүен көтә.

- Һауа температураһы шаршамбы һәм кесаҙнала төндә 0, +5, көндөҙ +9, +14 градус була, - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башгидрометүҙәктә.

Бөгөн, 2 апрелдә, төндә һәм иртән урыны менән томан төшөүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 7, 12 градус була.

 

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/woman-on-her-back-looking

Автор:
Читайте нас: