Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель , 21:04

Бөгөн һиңә 24 йәш тулыр ине...

Тыныс йоҡла, яугир-бейеүсе!

Бөгөн һиңә 24 йәш тулыр ине...
Бөгөн һиңә 24 йәш тулыр ине...

Бөгөн 23 йәшендә генә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы һәм дәртле бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың тыуған көнө. Уға 24 йәш тулған булыр ине... Ике мөсәл йылда йәшәп өлгөрмәгән һыу һөлөгөндәй егеттең ғүмере бик йәшләй генә өҙөлдө. Бөгөн уның әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Төнгө икелә улымды тыуҙырҙым, һиңә бөгөн 24 йәш булыр ине. Әммә, ғүмерең бик иртә өҙөлдө. Һин, улым һәр саҡ беҙҙең күңелдә, йөрәктә, хәтерҙә!"- тип яҙған.

Һөйөп тә туя алмаған кәләшең, "атай" һүҙен дә әйтеп өлгөрмәгән улың ҡалды... Ата-әсәйеңдең юлын дауам итеп, бейеү сәнғәтен үҙ итеп, тамашасыларыңды һоҡландырып бейегән бейеүҙәрең... Әммә, һинең исемең, бейеүҙәрең тамашасылар күңелендә мәңге йәшәйәсәк!

Тыныс йоҡла, яугир-бейеүсе!

"Башҡортостан"

Автор:
Читайте нас: