Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 14:39

Картаполов: яҙғы саҡырыу ваҡытында бер юлы ике повестка килеүе мөмкин

20 тәүлектән һуң уға башҡа сикләүҙәр ҙә һалына...

Картаполов: яҙғы саҡырыу ваҡытында бер юлы ике повестка килеүе мөмкин
Картаполов: яҙғы саҡырыу ваҡытында бер юлы ике повестка килеүе мөмкин

Яҙғы саҡырылышҡа бер юлы ике - ҡағыҙ һәм электрон повестка килеүе ихтимал, тип белдерҙе Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты башлығы Андрей Картаполов. Уның әйтеүе буйынса, "бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ".

Был осраҡта хәрби комиссариатҡа ҡағыҙ буйынса барырға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙе ул. Депутат ҡағыҙ һәм электрон повестканың тулыһынса бер төрлө булыуын билдәләне. «Электрон вариантта яҙылғанса, ҡағыҙҙа ла шулай уҡ яҙылған»,- тип аңлатты «РИА Новости» баҫмаһына Картаполов.

2023 йылдың апрелендә Президент Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға электрон повесткалар ярҙамында хәбәр итергә рөхсәт биргән берҙәм хәрби иҫәп реестрын булдырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул шәхси кабинетта асылғандан алып тапшырылған тип иҫәпләнә. Ошо көндән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға сит илгә сығыу тыйыла,  20 тәүлектән һуң уға башҡа сикләүҙәр ҙә һалына - автомобиль йөрөтөүгә һәм күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр төҙөүгә.

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә хеҙмәткә саҡырыу йәшенең юғары сиген 30 йәшкә тиклем арттырҙылар. Яҙғы хәрби саҡырылыш 1 апрелдә башланды һәм 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Автор:
Читайте нас: