Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель , 12:40

Журналистар ҙа ярҙамға ашыҡты

Бәләкәй генә тырышлығыбыҙ тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргән кешеләрҙең ғазаптарын аҙ ғына булһа ла еңеләйтер, тип ышанабыҙ.

Журналистар ҙа ярҙамға ашыҡты
Журналистар ҙа ярҙамға ашыҡты

Ырымбур өлкәһендә ғәйәт ҙур ташҡын емерелеүҙәргә килтерҙе, зыян күреүселәр бихисап. "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә был фажиғәгә битараф ҡала алманы.

Бөгөн беҙ иң кәрәкле әйберҙәрҙән йыйылған гуманитар ярҙамды зыян күреүселәргә булышлыҡ итеү менән шөғөлләнгән волонтерҙар ҡулына тапшырҙыҡ.

Бәләкәй генә тырышлығыбыҙ тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргән кешеләрҙең ғазаптарын аҙ ғына булһа ла еңеләйтер, тип ышанабыҙ.

Әйҙәгеҙ бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам итәйек. Беҙ бергә булғанда көслөбөҙ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: