Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 08:45

Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!

Әйткәндәй,  Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт  улы   етәкселер араһында иң күп бала атаһы! Уның ишле ғаиләһендә алты бала һөйөүгә сорналып үҫә. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк!

Бөрйән районы Иҫке Собханғолдан Ғәзиз һәм Лилиә Манаповтар балалары Сулпан, Шәүрә, Зөһрә, Асия, Алсын һәм Мансур менән бергә “Бөтә ғаилә менән” (“Всей семьей”) тигән тотош Рәсәй буйынса барған проектта ҡатнашып, уның финалисы булды.

Финалист ғаиләгә тапшырылған сертификатта шундай һүҙҙәр бар:

“Бөтә ғаилә менән” проектында әүҙем ҡатнашҡан, үҙҙәренең үҙенсәлекле ғаилә традицияларын һаҡлаған, традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан һәм артабан үҫтергән өсөн.

Был сертификат Һеҙҙең ғаиләгеҙҙең “Бөтә ғаилә менән” проектында  Рәсәй буйынса ҡатнашҡан 300 мең ғаилә араһында проекттың финалисы булыуығыҙҙы раҫлай! Һеҙ үҙегеҙҙең татыу, ныҡлы һәм әүҙем Рәсәй ғаиләһе икәнегеҙҙе күрһәттегеҙ!”

Манаповтарҙың ҙур ғаиләһен был шатлыҡлы яңылыҡ менән ҡотлайбыҙ һәм алда ла уңыштар насип булыуын теләйбеҙ!

Әйткәндәй,  Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт  улы   етәкселер араһында иң күп бала атаһы! Уның ишле ғаиләһендә алты бала һөйөүгә сорналып үҫә. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк!

"Таң" гәзитенән.

Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Манаповтар ғаиләһе – “Бөтә ғаилә менән!” проекты финалисы!
Автор:
Читайте нас: