Көслө ел Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының ҡыйығын алып осорған. Бәхеткә күрә, бәләгә тарығандар юҡ, урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡ вәкилдәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Әйткәндәй, был уҡыу йортоноң бер нисә йыл элек түбәһе лә ишелеп төшкәйне. Унда ла ҡорбандар булыуҙан Хоҙай аралағандыр. Ишелмәҫлек тә түгел шул. Ҡалалағы берҙән-бер башҡорт мәктәбенең бинаһы 1916 йылда төҙөлгән. Социаль селтәрҙә был хаҡта фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәр, күптән түгел ремонт булғайны, шуларҙы яуапҡа тарттырырға кәрәк, ти. Икенселәр, авария хәлендәге был бинаны ябып, яңы мәктәп төҙөргә кәрәк, ти. Дөрөҫ фекер бит. Ни өсөн берҙән-бер башҡорт мәктәбе хан заманындағы бинала булырға тейеш һуң? Әллә тағы ла бәлә-ҡаза булырын көтәбеҙме?