Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май , 22:00

Өфө ҡыҙы Владивостокта үле килеш табылған

Хоҙайым яҡындарына түҙемлек бирһен. 

Өфө ҡыҙы Владивостокта үле килеш табылған
Өфө ҡыҙы Владивостокта үле килеш табылған

Өфөлә  йәшәүсе 20 йәшлек Карина Кашапованың серле рәүештә юғалыуы тураһында яҙған инек. Ул Владивостокта үле килеш табылған. Нимә булған?

Был хаҡта "КП - Уфа" баҫмаһына ҡыҙҙың туғаны һөйләгән. Уны эҙләү үткән аҙнала башланды: һуңғы тапҡыр ул туғандары менән 8 майҙа элемтәгә сыҡҡан. Апрель аҙағында Карина Владивостокка билеттар һатып ала. Ҡыҙ Алыҫ көнсығышҡа Новосибирск аша барырға ниәтләй. Үҙенең буласаҡ сәфәрен Карина сер итеп тота һәм һуңға тиклем үҙ пландарын асмай.

Икенсе майҙа ул университетта ауырып китеүен әйтә, ә бишенсе майҙа Владивостокка китә. Һигеҙенә  тиклем ул туғандарынан Өфөлә булмауын йәшерә. Һәм тап шул көндө ул элемтәгә кереүҙән туҡтай. Шуныһы ғәжәп -  Карина юғалғансы социаль селтәрҙәрҙә аккаунттарын һәм почтаһын бөтөргән.

Ҡыҙ менән нимә булғаны әлегә билдәле түгел.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас: