

Режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы май аҙағында XVII Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашасаҡ.
Яҡташыбыҙҙың ҡыҫҡа метражлы фильмы 25 милли кинокартина исемлегенә ингән.
Фильм Рәсәй йәштәре федераль грантына “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән былтыр көҙ төшөрөлгән. Ҡыҫҡа метражлы картина ауылдарҙың ҡороуы, тамырҙар менән бәйләнеш юғалыуы хаҡында. Йәш режиссер мөһим проблемаларҙы күтәрә. Төп ролде Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ драма театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡара. Артабан фильм Күгәрсен, Баймаҡ районындарында һәм Өфөлә күрһәтеләсәк.
#Росмолодежь #РосмолодежьГранты