Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
29 Май 2024, 13:30

“Матурлыҡ өләшеүҙән йәм табам”

Үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтергә тырыша Таңсулпан. Сибайҙағы китапханаларҙа оҫталыҡ дәрестәрен теләп үткәрә.

“Матурлыҡ өләшеүҙән  йәм табам”“Матурлыҡ өләшеүҙән  йәм табам”
“Матурлыҡ өләшеүҙән йәм табам”

Сибай ҡалаһында йәшәгән Таңсулпан Вәлиева – һәр ваҡыт эҙләнгән, бер урында тик торорға яратмаған уңған, оҫта ҡуллы замандаштарыбыҙҙың береһе.

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында донъяға килгән ҡыҙ тормошон китапханасы һөнәре менән бәйләй. Өфөлә белем алғас, үҙе уҡыған мәктәптә хеҙмәт юлын башлай. Тәү ҡарашҡа күңелһеҙ, көн дә бер үк нәмәне ҡабатлауҙан бушамаған эш кеүек күренә. Тик һәр кемдең үҙенән тора. Таңсулпан да уҡыусыларға китаптар биреп кенә ултырмай. Бала сағынан килгән һәләтен, хыялын тап ошо ваҡытта тормошҡа ашыра.
Ауыл йәштәре менән башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡаралар. Төрлө сараларҙа сығыш яһап, ауылдың мәҙәни тормошон байытыуҙа үҙ өлөштәрен теләп индерәләр.
Кейәүгә сыҡҡас, Сибайҙа төпләнәләр. Бында ла сәнғәттән айырылмай. Коллективта эшләгән гүзәл заттарға бейеү һалып, бергәләшеп сәхнәгә сығалар. Балалары ла, әсәләренә оҡшап, сәнғәткә ғашиҡ булып үҫәләр. Оло улы Динислам Сибайҙағы күп профилле колледжда белем ала, бер юлы эшләп тә йөрөй. Икенсе улы Илназ сәнғәт колледжында хореография бүлегендә уҡый. Шулай уҡ Сибай концерт-театр берекмәһендә балет артисы булып та эшләй. Балалар баҡсаһына йөрөгән Айгүзәл дә үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарарға өлгөргән. Яңыраҡ “Аманат” журналының 95 йыллығына арналған “Беҙ “Аманат”ты уҡыйбыҙ” тигән флешмобта ҡатнашып, ваҡытлы матбуғат менән дуҫ икәнлеген күрһәтә. Әсәһе менән Халыҡтар көнөнә арналған республика “Бишек йыры” флешмобында бишек йырын оҫта итеп башҡаралар.
– Беҙ үҫкән мөхиттә баланың һәләтен асырлыҡ, үҫтерерлек түңәрәктәр булманы. Шуға ла балаларымдың теге йәки был нәмәгә ҡыҙыҡһыныуҙарын бәләкәс саҡтарынан күреп, уларҙы шул йүнәлеш буйынса үҫтерергә тырышам. Илназ улыма бәләкәйҙән бейеү ене ҡағылған. Үткән йылы, “Байыҡ”ҡа барып, 11 – 15 йәшлектәр араһында “Соло” номинацияһында лауреат булды. Уларҙың уңыштарына үҙебеҙҙекенә ҡарағанда нығыраҡ шатланабыҙ, – ти Таңсулпан, бала тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү серҙәре менән бүлешеп.
Таңсулпан әле үҫмерҙәр китапханаһында эшләй. Бында ла йәш быуынды тәрбиәләү, уларға шәхес булараҡ үҫешкәндә дөрөҫ йүнәлеш биреү буйынса үҙ өлөшөн индерә. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәре, ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап әҫәрҙәр һайларға ярҙам итә. Замана үҫмерҙәре күпселек психологик характерҙағы әҫәрҙәрҙе яҡын күрәләр икән. Үҙҙәре ҡараған фильмдарҙың художестволы әҫәр варианты табылһа, уларҙы ла уҡырға тырышалар. Фантастика менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһыналар. Әлбиттә, милли тәрбиә алып, киләсәктә халҡы өсөн файҙалы, кәрәкле шәхес булып үҫергә теләүселәр Ә. Бикчәнтәев, Д. Бүләков, З. Биишева, М. Кәримдәрҙең балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәрен уҡырға тырыша. Йәнә А. Баймөхәмәтовтың йәш быуынға арналған ижад емештәре лә Сибай үҫмерҙәренең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Таңсулпан һәр уҡыусы менән уҡыған әҫәре буйынса ҡыҫҡаса ғына әңгәмә лә ойоштороуҙы ғәҙәт итеп алған.
Ҡул эштәрендә лә үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарарға күнеккән ул. Халыҡтың ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, яңы һөнәргә, эшкә өйрәнергә генә тора. Бер килке ырғаҡтан повязкалар бәйләгән. Балаларына төрлө сараларға арнап костюмдар ҙа тегә. Яңыраҡ ротанг менән кәрзин үреү серҙәренә лә төшөнгән. Күптәнге хыялын да тормошҡа ашырған. Сәйләндәрҙән башҡорт матрешкалары эшләп һатыуға сығара башлаған. Яйы сыҡһа, уларға ла ныҡлап тотонорға уйлай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты барлығын яҡшы аңлай. Әлеге мәлдә башҡорт халҡының милли биҙәүестәренең береһе стилләштерелгән түшелдерек-селтәрҙәр эшенә ныҡлап тотонған. Төрлө төҫтә, ҙурлыҡта, йомро, оҙонса итеп, һатып алыусының теләгенә тап килтереп эшләй ул. Үҙенә генә хас стиле лә бар. Уның эштәрен башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел.
Сәйләндәрҙән, сулпыларҙан үрелгән, күҙҙең яуын алырлыҡ эштәр кейәүгә сыҡҡан кәләштәрҙең никахын, юбилейҙарҙың биҙәгенә әйләнә. Эшлекле осрашыуҙарға, мәҙәни сараларға ла тағалар. Ә беренсе һатып алыусыһы урыҫ милләтенән уҡытыусы була. Ҡара төҫтәгеһен көндәлек биҙәүес әйбере итеп ҡулланырға ала ул.
Һәр башланғыста яҡын кешеләреңдең ярҙамы, хуплауы кәрәк. Таңсулпан был йәһәттән бәхетле. Ғүмере буйы колхоз һыйырҙарын һауған, ҡыҙы кеүек, үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән, әсәһе Хәфизә Рәжәп ҡыҙы уға кәңәштәрен бирә. Ҡәйнәһенән дә уңған. Алып-һатыу өлкәһендә эшләгән Ишһылыу Дуҫғәле ҡыҙы килененең эштәрен рекламалауҙа, уларҙы һатыуҙа ҙур өлөш индерә. “Киленемдең күҙ нурын ҡушып эшләгән әйберҙәрен яңы күргән кешегә һатып ебәрергә ҡайһы саҡта йәлләп тә ҡуям”, – ти ул, уның түшелдектәренә юғары баһа биреп. Тәүге түшелдереген тап уға бүләк итергә эшләй. Башҡа туғандары ла Таңсулпанға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Берәүҙәре сәйлән осратһа, алып ҡайтып бирә, икенселәре башҡа төрлө материал менән тәьмин итә.
Таңсулпан күргәҙмә, йәрминкәләрҙә ҡатнашмай. Дөрөҫөрәге, бындай сараларға күмәртәләп алып барырлыҡ эштәре бер ваҡытта ла үҙендә ҡалмай икән. Заказ артынан заказ яуып ҡына тора. Яңыһын интернет селтәренә һалыуы була, шунда уҡ эйәһе лә табыла. Бер һатып алыусылар уға ҡабаттан йыш мөрәжәғәт итә. Яңыраҡ бер егет бер иш төҫтән алты түшелдерек алған. Һигеҙенсе март байрамына әсәһен, апаһын, һеңлеһен, буласаҡ кәләшен, ҡәйнәһен, балдыҙын ҡыуандырған ул.
Үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтергә тырыша Таңсулпан. Сибайҙағы китапханаларҙа оҫталыҡ дәрестәрен теләп үткәрә. Кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауын бер ваҡытта ла ситтә ҡалдырмай.
2024 йыл – Ғаилә йылы. Таңсулпан менән Рөстәм Вәлиевтәрҙең ғаиләһен был осраҡта өлгө итеп тә алырға мөмкин. Уларҙың үҙҙәренә генә хас ғаилә йолалары, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары бар. Вахта ысулы менән эшләгән ғаилә башлығы буш ваҡытында республиканың төрлө йылғаларына барып һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға, палаткаларҙа тәбиғәттә төн үткәрергә ярата.
Балаларын хеҙмәт аша тәрбиәләргә тырыша улар. Йәйге каникулдарында олатай-өләсәйҙәренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыларына әйләнә сабыйҙар. Ҡош-ҡорт ҡарайҙар, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Ҡыштарын улар тәрбиәләгән ҡош-ҡорт итенән әсәләре бәлеш менән һыйлай. “Эшләгән – тешләгән” тигән әйтемдең ысынбарлыҡҡа тап килеүен белеп, аңлап үҫәләр.
Был тормошта эшенән ҡәнәғәт булғандарға, кинәнес тапҡандарға уңыш, бәхет йылмая. “Эшләгән биҙәүестәрем аша матурлыҡ өләшеүҙән йәм табам”, – ти Таңсулпан да.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас