Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
30 Мая 2024, 11:25

Күгәрсен районында «Нигеҙ» фильмының премьераһы

Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылында йәш режиссёр Фәрзәнә Утарбаева «Нигеҙ» фильмын тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.

Күгәрсен районында «Нигеҙ» фильмының премьераһыКүгәрсен районында «Нигеҙ» фильмының премьераһы
Күгәрсен районында «Нигеҙ» фильмының премьераһы

Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылында йәш режиссёр Фәрзәнә Утарбаева «Нигеҙ» фильмын тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.
Фильм 2023 йылдың көҙөндә районыбыҙҙың Түләбәй ауылында Розалия һәм Азат Айытҡужиндарҙың атай йортонда төшөрөлгән.
Төп ролдәрҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡарҙы. Фильмдың ҡуйыусы операторы Виталий Махиянов, Дамир Ғәйетҡолов, ҡуйыусы рәссамы Руслан Мөғәлимов, тауыш операторы – Гөлнара Сәйетова һәм үҙ һөнәренең оҫталары. Эпизодтарҙа Күгәрсен районы халҡы ла ҡатнашты.
«Нигеҙ» фильмын төшөргәндә Иртөбәк ауыл совет биләмәһе башлығы Закир Үзбәков, район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова, Түләбәй ауылы халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Йәш, өмөтлө башҡорт режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваға ижади уңыштар, яңы идеялар һәм һаулыҡ теләйбеҙ! #Росмолодежь

#РосмолодежьГранты

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас