+21 °С
Болотло
Яңыраҡ Арғаяш районына билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллин килде. Яугир награданы Владимир Путин ҡулынан алды! Альберт үҙенең взводы менән оҙаҡ ваҡыт ҡамауҙа булған пунктты ала.
Альберт Зәйнуллин - Беренсе донъя һуғышы геройы, батырлығы өсөн өс Георгий тәреһе менән бүләкләнгән Хәлит Зәйнуллиндың вариҫы. Яугирҙы Мәтәл ауыл халҡы ҙур хөрмәт менән ҡаршы алды.