-4 °С
Болотло
Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау органдары Өфөлә ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән Рөстәм Вәлиевте Төркиәнән ҡайтарҙы. Был хаҡта Рәсәй эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итә.
2021 йылда Вәлиев үҙенең танышына бысаҡ менән сәнскән. Бынан һуң ул Рәсәйҙән ҡасып, Төркиәгә сығып киткән. Ул 2023 йылдың июлендә Төркиәлә ҡулға алына. Бөгөн ул Истанбулдан тикшереү эштәре һәм суд процесы үткәреү өсөн Мәскәүгә ҡайтарылды...