Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль , 16:22

“Беҙҙән башҡа тыуған илде кем һаҡлаһын”, - ти яугир

Контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ “Башҡорт” позывнойлы яугир ҙа тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

“Беҙҙән башҡа тыуған илде кем һаҡлаһын”, - ти яугир
“Беҙҙән башҡа тыуған илде кем һаҡлаһын”, - ти яугир

Махсус хәрби операция башланғас та башҡа төбәктәр ир-егеттәре менән бер рәттән беҙҙең район ир-уҙамандары ла илебеҙҙе һаҡларға юлланды.  Ошо көнгәсә бихисаптары хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн төрлө орден-миҙалдарға лайыҡ булды. Күптәр үҙ теләге менән контракт төҙөп, хәрбиҙәр сафына баҫты. Контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ “Башҡорт” позывнойлы яугир ҙа тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операция зонаһында. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгән өсөн “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары менән наградланған.

- Әстрахан өлкәһендә артиллерист булып хеҙмәт иттем.  Артабан әрме яҙмышы Чечен Республикаһына ташланы. Унда контртеррористик операцияла ҡатнаштым. Армиянан ҡайтҡас, төҙөлөш тармағында эшләнем. 2015 йылда контракт төҙөп, Сыбаркүл, Ҡурған өлкәһендә хеҙмәт иттем.  2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, тәүге көндәрҙән үк барҙыҡ. Мартта яраланып ҡайттым. Бер йыл реабилитация үткәс, яңынан махсус хәрби операция зонаһына юлландым. Әле Донецк Республикаһында элемтә начальнигы булып хеҙмәт итәм. Минең менән бергә күрше девизионда Аҡъяр егете хеҙмәт итә. Беҙҙең подразделениела республиканан башҡа яугирҙар юҡ. Шуға күрә алыҫ тарафтарҙа ике яҡташ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ.  Әйткәндәй, быйыл яҙҙан бер туған ағайым да контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул штурмовик булып хеҙмәт итә.

Хеҙмәт итергә кәрәк, беҙҙән башҡа тыуған илебеҙҙе кем һаҡлаһын. Бында егеттәр ҡан ҡойғанда нисек өйҙә тыныс ятырға була? Беҙҙең илдә һуғыш булмаһын, снарядтар шартламаһын, балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн  дошмандарҙы тамырынан юҡ итергә кәрәк. Яйлап алға барабыҙ, еңеү беҙҙең яҡта булыр тип ышанабыҙ,  - ти яугир.

Яугир ҡатыны менән өс ҡыҙ тәрбиәләй. Әлеге көндә ғаиләһе Ҡурған өлкәһендә йәшәй. “Хеҙмәтте тамамлағас, ғаиләм менән тыуған яҡҡа йәшәргә ҡайтырға уйлайым”, - ти ул.

“Башҡорт” позывнойлы яугирға хәрби хеҙмәтен имен-һау тамамлап,  уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

Автор: Разиля Байгускарова
 
 
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите.
Автор:
Читайте нас: