Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 15:04

Мунса байрамына килегеҙ!

Башҡортостанда мунса һәм парилка байрамы уҙғарыласаҡ. 27-28 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының «Фазенда» клубында «На рахате» тип аталған халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале үтәсәк.

Мунса байрамына килегеҙ!
Мунса байрамына килегеҙ!

Башҡортостанда мунса һәм парилка байрамы уҙғарыла. 27-28 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының «Фазенда» клубында «На рахате» тип аталған халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале үтәсәк.

Фестиваль үҙенең программаһын киңәйтә. Ул күңел асыуҙы дауам итәсәк, әммә быйыл акцент бизнесҡа, һаулыҡҡа һәм социаль өлкәгә йүнәлтелә. Фестивалдә Башҡортостандан, ил төбәктәренән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән — Үзбәкстандан, Белоруссиянан, Төркиәнән, Италиянан һәм Ҡытайҙан 500-ҙән ашыу белгес ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтарҙың дөйөм һаны 6 мең самаһы кеше тәшкил итәсәк. Уларҙы медицина, туризм һәм мунса индустрияһы өлкәһендәге лидерҙар ҡатнашлығында профилле секциялар һәм дискуссия майҙансығы эшен күҙ уңында тотҡан бай эшлекле программа көтә.

Фото: "Башинформ"

Мунса байрамына килегеҙ!
Мунса байрамына килегеҙ!
Мунса байрамына килегеҙ!
Мунса байрамына килегеҙ!
Мунса байрамына килегеҙ!
Автор:
Читайте нас: