Шоңҡар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль , 20:18

Рәсәйҙә ғаиләләргә 10 мең һум түләйәсәктәр

Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хәбәр итте.

Рәсәйҙә ғаиләләргә 10 мең һум түләйәсәктәр
Рәсәйҙә ғаиләләргә 10 мең һум түләйәсәктәр

2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә әсәлек капиталы иҫәбендә 10 мең һумдан артмаған аҡса ҡалған ғаиләләр был аҡсаны ҡулаҡсалата ала аласаҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хәбәр итте.

Бығаса күп ғаиләләр рөхсәт ителгән маҡсаттар исемлеге сикле булыу арҡаһында әсәлек капиталының ҡалдығын файҙаланыуҙа проблемаларға юлыға ине. Йыш ҡына ҡалған сумма торлаҡ һатып алыу йәки уҡыуға түләү өсөн бик аҙ, ә башҡа варианттарға файҙаланыу кәрәһеҙ булды. Яңы закон был проблеманы хәл итәсәк. Хәҙер ғаиләләр әсәлек капиталының 10 мең һумға тиклем ҡалдығын нимәгә теләй, шуға тотона ала. Бының өсөн ғариза бирергә генә кәрәк.

Депутат белдереүенсә, был мөмкинлектән бөтә илдә 100 меңдән артыҡ ғаилә файҙалана аласаҡ.

Автор:
Читайте нас: