0 °С
Болотло
Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығын һайлау ваҡытында республиканан ситтә – Мәскәүҙә, республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә бер участка асырға ниәтләй. Тауыш биреү көндәрендә Башҡортостанда теркәлгән урыны буйынса булмаған һайлаусылар «мобиль һайлаусы» механизмы менән файҙалана ала.
Бының тураһында Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Азат Ғәлимханов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһында һөйләне.