15-16 августа Баймаҡ районы Граф күле янында “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә.
Сара башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү, милли традицияларҙы, атҡа бәйле мәҙәни мираҫты, йолаларҙы тергеҙеү, халыҡ һөнәрмәндәрен, ат кәрәк-яраҡтарын эшләүсе оҫталарҙы табыу, ҡымыҙсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағын популярлаштырыу, спорт, медицина, халыҡ ижады, фәнни тикшеренеү мәсьәләрен таратыу һәм өйрәнеү маҡсаттарын тота.
15 август көнө фестиваль боронғо төрки халҡының ҡул һуғышы алымы булып торған “Ҡара ҡаплан” көрәше менән асыла.
Шул уҡ көндә үҫмерҙәр араһында спорт көрәше “грэпплинг” үтә, шулай уҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса республика турнирҙары була.
16 августа милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса спорт турнирҙары, күп төрлө башҡорт ярыштары буйынса Халыҡ-ара “Бәйге” фестивале ҡаралған. Уның сиктәрендә көс экстримы буйынса спортсылар 150 кг ауырлығындағы ташты күтәреү, ырғытыу, бүрәнәләрҙе тартыу кеүек ярыштарҙа көс һынаша.
Уҡсылар “Ирәндек мәргәне” Асыҡ республика турнирында көс һынаша.
Иң көслөләрҙең “Урал батыр” халыҡ-ара турниры Рәсәйҙең иң көслө спортсылары ҡатнашлығында үтә. Уны “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” Эльбрус Ниғмәтуллин ойоштора.
16 августа шулай ук хоббихорсинг (ағас “аттарҙа” уҙышыу) буйынса турнир үтә. Унда 15 йәштән өлкәнерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала.