Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2024, 08:20

“Был тормошҡа һис кенә лә аптырарға түгел!”

Бөгөн  Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә, драматург, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм барйамы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади ҡомар теләйбеҙ!

“Был тормошҡа һис кенә лә аптырарға түгел!”
“Был тормошҡа һис кенә лә аптырарға түгел!”

“Был тормошҡа һис кенә лә аптырарға түгел!”

Өфөлә “Китап-байрам” гөрләй. Коллегам менән минең китап туйы бара. Яҙыусылар союзы ярҙамында китабыбыҙ сыҡһа ла, ундағы әҙиптәрҙе саҡырманыҡ, бөтә Рәсәйҙән, сит илдән яҙыусылар килгәндә, беҙҙең ҡайғымы? Шуға борсотоп, урынын да, ваҡытын да хәбәр итмәнек. Сәхнәлә сығыш яһайбыҙ, шул арала әллә ҡайҙан йүгерә-оса килгән Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНАны күреп ҡалдым. Етеҙ аҙымдар менән ул сәхнә артына килде лә алып барыусыларға ым менән һүҙ биреүҙәрен һораны. Яҙыусылар союзының рәйесе урынбаҫары шулай беҙҙе ҡотлап, матур теләктәрен әйтте. Ҡайҙан белгәндер? Кем әйткәндер? Шағирә, драматург, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ана шулай беҙгә, яңы-яңы яҙыша башлағандарға, бүлгән иғтибары, тиң итеп ҡарауы ныҡ ҡанатландырҙы.
Ошо бәләкәй генә күренеш Тәнзилә Сәлих ҡыҙын бик яҡшы һүрәтләй, минеңсә. Тормошта ла ул шулай. Әллә ҡайҙан балҡып килеп сыға ла үҙенең барлығы менән генә лә тирә-яҡты йәмләй. Шағирәнең етеп килгән юбилейына арнап, самауыр янында йыйылып әңгәмәләштек. Уның менән сәғәттәр буйына һөйләшһәң дә туйып булмай һымаҡ. Һәр кемгә йылы һүҙе, кәңәше әҙер ята һымаҡ, ә инде тормошҡа ҡарата булған фәлсәфәүи ҡарашы, оҙағыраҡ һөйләшһәң, үҙеңә лә йоға.

 

“Ҡыҙығыҙҙың күлдәген туҙҙырып бөтәһегеҙ инде...”

“Шоңҡар”ҙар. Тәнзилә Сәлиховна, әүәл өйгә кеше килгән һайын түрҙә йырлап ултырыр самауыр һеҙҙең күңелегеҙҙе ниндәй хәтирәләргә алып ҡайта?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Мин бәләкәй саҡта беҙҙең түңәрәк өҫтәл була торғайны. Хәҙер ҡарайым да аптырайым — шул хәтлем бәләкәс кенә икән. Әсәй, атай, алты бала — нисек һыйғанбыҙҙыр? Күңел етһә, урын етә тигәндәре шулдыр. Түңәрәк өҫтәл түрендә ҙур самауыр ҡайнап ултырҙы. Аҙаҡтан ағайҙар юғары уҡыу йорттарына, апайым эшкә китеп, бер үҙем ҡалдым. Улар ҡайтһа, әсәй гел самауырҙы шыжлата ине. Беҙҙең ғаиләне берләштергән, бер ояға йыйған символ һымаҡ күҙ алдына баҫа.
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙ, әсәйегеҙ хаҡында ла белге килә. Улар ниндәй һөнәр эйәләре ине?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әсәйем — тегенсе булды. Бөтә ауылды кейендерҙе. Иҫке Монасипҡа күсер алдынан (атайымды был ауылға мәктәп директоры итеп ебәргәндәр) ул район үҙәгендәге Көнкүреш йортонда эшләне. Маҡтаулы хеҙмәткәр булды, “аҡсаны күп алдым” тип ҡыуанып һөйләгәне хәтерҙә. Аҙаҡтан да тегеүен дауам итте. Көнкүреш йортонан уға заказдар килеп торҙо. Беҙҙең шифоньер тулы төрлө туҡымалар ине. Мамығына тиклем булды, сөнки ул фуфайка, болонья куртка ла текте. Ауыл халҡы күкһел-зәңгәр төҫтәге куртканы яратып кейҙе. Әсәй миңә генә текмәне: “Бөтәһе һымаҡ кейенергә тейеш түгелһең”, — тип атайымдан ҡырҙан кейемдәр алдыртты.
Атайым ун һигеҙ йыл мәктәп директоры булды. Һигеҙ йыллыҡҡа килгәйне, ун йыллыҡ итеп эшләп алды. Ул бик шәп тарихсы, журналист ине. Телгә бик оҫта булды, дәрестәре кино һымаҡ үтә торғайны. Күңеле менән артист ине, һүрәтләп, хәрәкәттәре менән күрһәтеп һөйләгәс, күҙ алдына картина килеп тыуа. Тыңлауһыҙ, тәртипһеҙ уҡыусылар ҙа уның дәресендә “бишле”гә уҡыны.
Әсәйем атайым тураһында: “Мәктәптән тутыҡ сөй ҙә алып ҡайтмай!” — тип яратып әйтә торғайны. Ысынлап та, шул тиклем ғәҙел кеше булды.
“Шоңҡар”ҙар. Мәктәп йылдарында уҡытыусы балаларына башҡалар ҡырын ҡарай торғайны. Һеҙгә ундай мөһөр тағыусылар булдымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Бала-сағалар “Батша ҡыҙы” тип йөрөттө. Миңә, эй, ҡыйын була торғайны. Ябай кеше балаһы булғым килде. Олоһо ла, кесеһе лә директорҙы ныҡ хөрмәт итте – ул абруйлы, дәрәжәле кеше ине. Шуға күрә атайым яғынан миңә талап та ныҡ булды. Кеше ыңғайына кискеһен дуҫтарым менән сығыу һирәк эләкте. Атайым йөрөүемде теләмәне, сәғәт ун ике тулыу менән клубҡа килә лә тупһала мине көтөп тора. Ҡыҙҙар: “Атайың килгән”, — тип шыбырлайҙар, мин сығып, уға эйәреп ҡайтып китәм. Йәштәштәремдең береһе лә мыҫҡыл итмәй, талаптың ҙур икәнен аңлайҙар.
“Шоңҡар”ҙар. Бындай хәлдәрҙән һуң атай-әсәйегеҙгә ҡаршы “үҫмерҙәрсә бунт” булманымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Йән көйә торғайны, әммә уның талабын гел иҫәптә тоттом.
“Шоңҡар”ҙар. Характерығыҙҙы күрһәтеп алған саҡ, автографлы китап менән бәйле бер хәл булған, шикелле...
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әсәйем дә, атайым да яҙыусыларҙы бик яратты. Район үҙәгенә әҙиптәр килһә, мотлаҡ осрашыуға йөрөнөләр. Хәсән Назар, Хәсән Туфан, Рафаэль Сафин ҡатнашлығында үткән сараларҙы иҫләп һөйләй торғайнылар. Атайым Өфөгә барһа, гел китап магазинына инер булды. Яҙыусыларҙы осратһа, автограф та алып ҡайтты. Бер тапҡыр Зәйнәб Биишеванан автограф алып, эй, ҡанатланып йөрөгәйне. Китабын иң ҡәҙерле урынға һалды. Унда, бәләкәс булһам да, “Кәмһетелгәндәр” тип яҙылғаны ла, тышлыҡтағы һүрәте лә иҫемдә. Бер ваҡыт ауылға туңдырма килтергәндәр ине, уны ашай-ашай шул китапты уҡыйым. Яңылыш ҡына туңдырмам тамып, йәмһеҙ булып тап ҡалдырҙы. Атайым күреп ҡалды ла ныҡ итеп әрләне. Минең йән көйә, китап өсөн кешене әрләп буламы, тип үсегәм. “Автографлы бит, ҙур яҙыусы миңә ихтирам итеп биргән”, — тип ул әйтә. Китап минән ҡәҙерлерәк тип үпкәләп, атайымдың күҙе алдына, күренгән урынға һөйәп ҡуйҙым. Оҙаҡ ҡына торҙо, атайым алманы.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ бер мәҡәләгеҙҙә: “Ғаиләлә кинйәбикә булып, иркәләнеп кенә үҫтем”, — тигәйнегеҙ. Беҙҙең халыҡта, баланы иркәләү, яратыу уны боҙа, тип әйтергә яраталар. Һеҙ боҙолманығыҙмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Эйе, мине иркәләттеләр. Сәй эскәндә урталарына ултыртып, ике яҡтан дөпөлдәтеп һөйөрҙәр ине. Туғандар: “Ҡыҙығыҙҙың күлдәген туҙҙырып бөтәһегеҙ инде”, — тип көләләр. Университетҡа кергәс, һөйөү эләкмәй бит инде, арҡам ойоп киткән һымаҡ була торғайны. Әхирәттәрем, хәлемде аңлап, арҡамдан дөпөлдәтеп һөйөп йөрөнөләр. Үҙем әсәй булғас та, әсәйем: “Балаларға әүрәп, бөгөн мин һине ярата алманым бит әле”, — тип йоҡлар алдынан иркәләтеп китер булды.
Әсәйем, инде үҙемдең малайҙарҙы алып килә башлағас: “Йоҡлағанда ғына ярат, боҙорһоң, баланың иркәләүҙе күтәргәне, күтәрмәгәне була”, — тигәйне. Ысынлап та, иркәләүҙән һүҙ күтәрмәй, тайыш-тойош атлап киткәндәр бар. Мин улай булманым. Иркәләткәндәре һайын, шуға лайыҡлы булырға тейешмен, тип ныҡ тырыша инем. Иркә булһам да, атайым көслө рухлы итеп тәрбиәләне, ауырлыҡтарҙы еңел үткәрҙем. Мин уларҙы ауырлыҡ тип түгел, һынау итеп ҡабул иттем. Атайым гел: “Ҡыҙым, не падай духом! Как говорил товарищ Сталин, не бывает безвыходных положений”, — тип өйрәтә ине.
“Шоңҡар”ҙар. Ата-әсәйегеҙҙән алған иң ҙур һабаҡ, аҡыл ниндәй булды?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Шиғыр яҙа башлағас, атайым: “Һинән көнләшеүселәр булыр, нахаҡ һүҙҙе күп ишетерһең, бер нимәгә лә ҡарамай алға бар”, — тигәйне. Үҙе лә шулай булды. Уның тураһында башҡа кешеләрҙән яман һүҙ ишетһәм, эй, эсем боша. Атайым шуларҙың береһе менән яманлашманы, ирешеп-талашып йөрөмәне, бөтәһе менән дә йылмайып күреште. Мин дә шулай.
Әсәйем ҡатын-ҡыҙ булараҡ нәзәкәтлеккә өйрәтте. “Мускулдарың, беләгең йәмһеҙләнә”, — тип минән утын ярҙыртманы, һыуҙы ҡул менән ташытманы. “Һуҙып атлама, ҡыҫҡа ғына баҫ, бер ептән генә йөрө, арҡаңды тура тот, ултырғанда бөкрәймә”, — тип ҡаныма һеңдерҙе.
Икеһе лә: “Кешегә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, яҡшылығығыҙ менән еңегеҙ”, — тип өйрәтте.
“Шоңҡар”ҙар: Әсәйегеҙ матурлыҡ серҙәрен ҡайҙан белгән икән? Ул ваҡытта интернет юҡ, мода тураһындажурналдар алдырмағандыр инде...
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Китаптар, календарҙар, журналдар уҡыны. Үҙен ҡараны. Атайым уны ныҡ иркәләтте. Гел бейек үксәләрҙә йөрөнө, ҡиммәтле кейемдәр алды. Биткә крем һөртөргә лә унан өйрәндем. Ун өс йәшемдән кремдан айырылғаным юҡ. Класташ ҡыҙҙар: “Битең боҙола, тәбиғи матурлыҡ та етә”, — тиһәләр ҙә һөрттөм. Әсәйем нимә эшләй, шуны эшләнем инде. Һигеҙенсе класҡа тиклем сәсемде ул үрҙе. Бер көндө — бер төрлө, икенсе көндө икенсе төрлө итеп үрә, мине ҡурсаҡ һымаҡ уйната. Фигураһын ныҡ тотто, гимнастикаға ла өйрәтте: “Шуны эшләһәң, битең сырышмай, муйының матур була”, — тип күрһәтә ине. Ул күнекмәләрҙе әле лә эшләйем. Ашау кеүек ҡаныма һеңдерҙе, шуға ла рәхмәтлемен уға.
“Шоңҡар”ҙар. Ишеткәнегеҙ бармы, юҡмы, хәҙерге быуын психологик травмаларҙа ата-әсәһен ғәйепләргә ярата. Һеҙҙең быуында шундай күренеш булдымы? Әсәй булараҡ был турала нимәләр уйлайһығыҙ? Травмалар булмаҫлыҡ итеп тәрбиәләп буламы икән?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Травма уҡ тип әйтеп булмаһа ла, комплекс тыуҙырған саҡтары булды. Әсәйемдең аяҡтары шәм һымаҡ ныҡ матур ине, минеке уныҡына оҡшамаған. Бер тапҡыр: “Нишәп кенә аяҡтарың минеке кеүек түгел икән? Гел оҙон күлдәк кей”, — тип әйтте. Утыҙ йәшемә тиклем һәр саҡ оҙон итәктәр йә салбар кейеп йөрөнөм. Бер тапҡыр, ҡыҫҡа итәктәр модаға сыҡҡас, кейеп ҡарағайным, хәтәр килеште. Өлкәнлегемде лә оноттом, ҡыҫҡаға күстем дә киттем. Комплекс арҡаһында иң матур сағымдан мәхрүм булғанмын.
Комплексты атай-әсәй генә түгел башҡалар ҙа тыуҙыра. Бәләкәйерәк саҡта диктор булырға хыялландым. Көҙгө алдына ултырып русса, башҡортса гәзиттәр уҡый торғайным. Әсәйем ҡыуанып ҡарап ултыра. Бер заман уның һеңлеһе ҡунаҡҡа килде. Әсәй: “Бына Тәнзилә, ҙурайғас диктор булам, телевидениеға эшкә барам, ти”, — тип маҡтанды. Апай: “Тәнзиләне унда нимә эшләтһендәр, кемгә кәрәк? Танауы ҙур бит, эфирҙа йәмһеҙ күренәсәк, бушҡа хыялланып йөрөмәһен”, — тип әйтмәһенме! Мин танауымды күрә алмаҫтай булдым. Көлкө булһа ла әйтәйем, бер тапҡыр хатта кер ҡыҫтырғыс ҡуйып йөрөнөм, ауыртҡас түҙмәй алдым. Донъяла үҙемде иң ҡотһоҙ кеше тип тоя башланым. Шунан бер төшөмдә үҙемде танауһыҙ икәнмен тип күрҙем, көҙгө алдына тороп илайым, имеш. Уянғас, Аллаһы Тәғәләнән мыжып йөрөгәнем өсөн ғәфү үтендем. Шунан алып комплекс бөттө, хәҙер танауымдың барлығын да һиҙмәйем.
Үҙемдең балаларҙа комплекс булдырмаҫҡа тырыштым. Уларҙы, инде ҡартайып бөткән малайҙарымды, гел генә матурым, тип тупылдатып һөйөп, күңелдәрен күреп торам. Йылы һүҙҙәрҙе яҡшы ҡабул итәләр. Эйе, әлбиттә, көйгән саҡтарым да, ныҡ тәрбиәләгән ваҡыттар ҙа юҡ түгел. Атай урынына ла булырға тура килде. Әммә хәҙер улар өсөн оялмайым, өсөһө лә матур эштә эшләй, кеше араһында ихтирамлы, уңғандар тип һаналалар.

“Балаларың араһында имләүсе булыр”

“Шоңҡар”ҙар. Матур булһа ла, Бөрйән яғының тәбиғәте ҡырыҫ. Тауҙар, ҡаялар үҙҙәре лә нисектер ҡатылыҡтың, сыҙамлылыҡтың символы кеүек. Ә һеҙ нисектер наҙлы ғына, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ булып ҡалаһығыҙ. Тәбиғәт һеҙгә йоғонто яһамаған, тимәк?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Тәбиғәт кешегә йоғонто яһамай. Һәр кем үҙен үҙе үҫтерә, тәрбиәләй. Бөрйән халҡын, ысынлап та, ҡырыҫыраҡ тиҙәр. Әммә мин үҙемде улай тип һанамайым. Районымда ҡояш, иртә байып, һуң ҡалҡаһа ла, күңелдәрҙе лә, йәндәрҙе лә йылытып өлгөрә. Туғандарым да — ныҡ илгәҙәк, алсаҡ кешеләр. Беҙҙең, мәҫәлән, ауылда, ҡыпсаҡтар бит инде, ныҡ мәрәкәселдәр, шаяндар, талантлылар, сәмселдәр, донъяны һыҙырып көтәләр.
“Шоңҡар”ҙар. Бөрйәндәрҙе интернет селтәрендә күҙәтеп барабыҙ, ныҡ берҙәм, татыу булып күренәләр...
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Бер йән тип тә атайҙар бит шуға. Бер-беребеҙҙе һәйбәт беләбеҙ, ныҡ ҡатышабыҙ, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы уртаҡлашабыҙ. Беҙҙә шағирҙар, бейеүселәр күп. Ғаиләмдә, мәҫәлән, бөтәһе лә йырлай. Ғәзиз ағайым профессиональ композитор булды. Таһир ағайым ҡурайҙа ла, баянда ла уйнай. Зәйтүн ағайым гитарала уйнай, Заһир ағайым бәләкәй сағында гармун тысҡылдата торғайны, хәҙер йырлай, уны концерттарҙан ҡалдырмайҙар. Миңзәлә апайым да халыҡ йырҙарын башҡарырға ярата. Бәләкәй саҡта үҙем дә оялмай йырлай торғайным, микрофон ғына булманы, ә мин шул турала ғына хыялландым. Кәритәне һөйәп ҡуям да уға яҡынайып йырлаһам, эй, яңғырай, матур ишетелә. Эш араһында ла үҙемсә гел көйләй инем. Тик һуңғы йылдарҙа ниңәлер йырлағы килмәй.
“Шоңҡар”ҙар. Йырсы булам тигән хыял булдымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Булды. Ауылға һәләтлеләрҙе уҡырға һайлап алырға килделәр, ҡыҙыҡ өсөн мин дә барҙым. Тыңлағастар, атайымды саҡырҙылар ҙа: “Ҡыҙығыҙҙы уҡырға ебәрегеҙ, йырлай бит”, — тип өгөтләнеләр. Атайым: “Үҙең ҡарайһың инде”, — тине. Аҙаҡ ике тапҡыр сәнғәт училищеһына саҡырып телеграмма һуҡтылар. Барманым, БДУ-ны һайланым.
“Шоңҡар”ҙар. Ә БДУ-ны һайлау нисегерәк килеп сыҡты?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Марат Муллағолов, уҡытыусым, мине бәләкәйҙән шул уҡыу йортона әҙерләне. Университетҡа ғына түгел, ошо оло донъяға, яҙыусы булырға әҙерләне тиһәм дә була. Өсөнсө, дүртенсе кластан докладтар, рецензиялар, шиғырҙар яҙҙырҙы. Йыйылыштар булһа: “Баштан ҡалҡып сыҡма, кеше алдынан хәбәр һөйләмә. Һин киләсәктә ҙур йыйындарҙа буласаҡһың, башлап һүҙ әйтмә, тәүҙә ел ҡайҙа иҫкәнен тыңлап ултыр”, — тип кәңәштәр бирә ине. Хатта фотоға төшөргә өйрәтте. Мине ул ябай уҡыусы итеп күрмәгән бит, оло донъяға әҙерләгән. Шул нигеҙҙә һаман да ныҡлы торам. Мин үҙемде үҙем яһаған кеше түгел. Мине атайым, әсәйем, Марат ағайым яһаны.
“Шоңҡар”ҙар. Йырсы булырға хыялланған кеше булараҡ, сәхнәне, тимәк, яратаһығыҙ инде?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Аллаһ Тәғәлә миңә һәләт тә, ҡыйыулыҡ та биргән. Шуғамы икән, сәхнәне лә, телевидениены ла, тура эфирҙы ла, кеше алдында хәбәр һөйләргә лә яратам. Сәхнәлә торған ваҡытта залда яҡты йөҙлө кешене күҙгә эләктереп алам да шуға ҡарап сығыш яһайым. Эй нурлы, ҡояш һымаҡ балҡып ултырғандар була! Ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, ҡара уй менән тулы һымаҡ. Шунда уҡ уларҙан ҡарашымды алам да тамашасылар араһында шәм булып балҡығанды эҙләйем. Уға ҡарап, рәхәтләнеп һөйләп китәм. Ҡараңғы, һөмһөҙҙәр менән күҙем осрашһа, телем тотлоға башлай.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ интервьюларҙа йыш ҡына насар энергетикалы кешеләр тураһында әйтәһегеҙ. Кемдәр улар?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Кешеләр араһында ҡояшлы йә айлы “вампир”ҙар була. “Ай вампиры” мыжый ҙа мыжый, ауыр үткәнен, ауыр хәҙергеһен һөйләй, балаларына, иренә зарлана. Һөҙөмтәлә һинең хәлеңде алып, күңеле булып, балҡып сығып китә. “Ҡояшлы вампир”ҙар шау-гөр килеп инә, кешенең өҫтөнә менеп бара, кәрәкме, кәрәкмәйме хәбәрен һөйләй. Тик улар мыжымай, киреһенсә, һине маҡтай, кейемеңә, төҫөңә бәйләнә. Бер насар һүҙ әйтмәһә лә, хәлеңде алып, башыңды ауырттырып сығалар.
“Шоңҡар”ҙар. Уларҙан нисек һаҡланырға һуң?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Аяҡты салып, ҡулды ҡаушырып, “ябылып” ултырырға кәрәк. Быны “вампир” шунда уҡ һиҙә. Энергияңды һура алмаһа, сығып китә. Һаҡлауың булмаһа, асыҡ ултырһаң, хәлдән тайып, башың ауырта башлай.
“Шоңҡар”ҙар. Һәйбәт энергиялылар ҙа булалыр бит? Уларҙы башҡаларҙан нисек айырырға?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ундай кешеләрҙең эске яҡтылығы бар, әллә ҡайҙан балҡып торалар. Ҡайһы берәүҙәр ауыҙ йырып йөрөһә лә, энергетикаһы ауыр. Яҡты кешеләр һирәк. Ауыр энергетикалы кешеләр менән яҡынаймайым, үҙемде уларҙан ныҡ һаҡлайым. Сиктәремде боҙһалар, доға тыңлайым, үҙем уҡыйым, шәм менән таҙарынам.
“Шоңҡар”ҙар. Бөтәһенә лә кешенең аураһын тойоу бирелмәй. Бындай һәләтегеҙ тыумыштанмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әсәйем: “Йәш саҡта һинең балаларың араһында имләүсе булыр, тип әйттеләр”, — ти ине. Шул һәләтте ниңәлер миндә һәм Зәйтүн ағайымда күрҙе. Ағайым дин кешеһе, һәләте асылманы. Миндә бар. Бик һирәк башҡаларҙың яҙмышын күреп ҡалам. Төҫөнә ҡарап, кешенең тауышын, нәҙекме, ҡалынмы икәнен, билдәләй алам. Элек, бөтә кешеләр шулай аңғара икән, тип уйлай торғайным. Һәләтем ҡайһы саҡ юғалып ҡала, шунда ғына башҡаларҙан айырылғанымды аңлап ҡалдым. Туғандарымды күҙ тейгән булһа, өшкөрәм. Һәләттәремде шул яҡындарым өсөн генә ҡулланам.
“Шоңҡар”ҙар. Был һәләтте үҫтергегеҙ килмәнеме?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. 90-сы йылдарҙа ныҡ мауығып киткәйнем. Хатта гипноз менән дә булыштым. Юлда ирем менән китеп барабыҙ, “гаи”лар туҡтатһа, гипноз һала инем. Ирем документ тотоп сығышлай: “Әмәлләп ултыр”, — тип әйтә. Әмәлләп ултырһам, штраф һалмай торғайнылар. Хәҙер иҫләһәң көлкө инде.
Уның менән генә булышырға була ине, хәтәр ҡыҙыҡ ул. Һәләтем юҡ тип әйтә алмайым, Хоҙайҙан бирелгән. Хикмәттәр булды, ике тапҡыр үҙенең мәйете эргәһендә үлгән кешенең шәүләһен күрҙем. Иҫәр тип уйламаһындар тип, кешегә лә әйтергә ҡурҡам. Ә бына күрәҙәселекте яратмайым, уларға йөрөгәндәрен дә өнәмәйем. Үҙем бер ваҡытта ла барғаным булманы, сөнки мин яҙмышымды үҙем хәл итәм. Ябай кешенең ғүмеремде үҙ ҡулына алып, программа биреп ултырыуын яратмайым. Диндә лә юҡҡа тыйылмаған бит. Кеше күрәҙәсенең хәбәренә ышанып, тормошон шуның ағымына һала ла ебәрә. Яҙмыш бит коррекцияны күп индерә. Бер ергә барырға йыйынған урындан икенсе нәмә килеп сығып, пландарың боҙола. Яҙмыш шулай төҙәтмәләр индереп тора, күрәҙәселәргә йөрөүҙең дөрөҫлөгө юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Төштәргә ышанаһығыҙмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әсәйем хафаланып төшөмә инһә, йә ауырыйым, йә берәй күңелһеҙ ваҡиға була. Атайым керһә – ҡыуанысҡа. Икеһе шулай ҡурсалап йөрөй. Май ашаһам, ит ашаһам, ут яҡһам да ауырыйым.
Төштәргә ышанам, дөрөҫкә сыға. Бынан тыш, интуиция ныҡ көслө. Берәйһен мотлаҡ күрергә кәрәк тип уйлаһам, бер нәмәгә ҡарамай уның янына сығып китәм. Сөнки кешегә барыуым менән уның тормошона кереп, ғүмерен оҙайтам. Интуиция һөжөрөп алып сығып китә. Үҙемдең бер туғандарымды ваҡытында үлемдән ҡотҡарып алып ҡалғаным бар.
“Шоңҡар”ҙар. Иң бәләкәйе булһағыҙ ҙа, туғандарҙы ҡурсалап тороусыһығыҙ инде?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ғаиләлә иң бәләкәйемен, эйе. Ғүмер буйы Тәнәй тип йөрөттөләр, Таһир ағайым әле лә Тәзүн бәпәп ти, Ғәзиз ағайым да бәпәйем ти торғайны. Әммә атайым менән әсәйем миңә шундай миссия биргән — ғаиләмә күҙ-ҡолаҡ булырға. Бер туғандарыма терәк булыуым менән ныҡ бәхетлемен, сөнки мөмкинлегем күберәк, шуға атай-әсәйем, Аллаһы Тәғәлә миңә ошо бурысты йөкмәткәндер. Абруйым да бар, ҡыйыулығым да етәрлек. Апай-ағайҙарым тыныс, итәғәтле, ә мин, атайыма оҡшап, үтеп барыусан, үткернмен.
Ғәзиз ағайым үлгәс, сынйырҙағы бер звено өҙөлгән һымаҡ булды. Шул звеноны бергәләшеп йәбештереп торабыҙ. Был бурыстан мин ауырлыҡ кисермәйем, киреһенсә, дәрт алам. Аллаһы Тәғәлә көсөмдө гел тулыландырып тора. Кәрәк булыуым менән ныҡ бәхетлемен. Шуны аңғарып ҡалдым: доға уҡығанда тәүҙә һаулыҡты туғандарыма, балаларыма һорайым, иң аҙаҡтан ғына үҙемә. Улар һау булһа, мин дә һаумын. Чума ваҡытында ауырыуҙарҙы ҡараусылар үҙҙәре һау ҡалған, сөнки Алла уларға көс, энергия биргән. Шуға ла Хоҙай мине ярҙамынан айырмаҫ, тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Арыҫландарҙы ут менән сағыштыралар. Был һеҙҙә һиҙеләме? Ғөмүмән, йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Арыҫлан булыуым һиҙелә. Әсәйем, Заһир ағайым, Миңзәлә апайым — ҡыҙҙар. Өсөһөнөң характерҙары бер төрлө. Таһир ағайым, Ғәзиз ағайым, атайым – һыуғояр, холоҡтары бер иш. Мин бер үҙем арыҫлан. Йондоҙнамәм миндә ныҡ сағылған. Миһырбанлылыҡ, ваҡланмау, ваҡ-төйәккә иғтибар итмәү, юғарынан ҡарау бәләкәй саҡтан килә. Бүтәндәр ҡаңғырғанда һалҡын аңды һаҡлайым. Арыҫланды хайуандар батшаһы тиҙәр. Улар һыртланды (гиенаны) ашамайҙар икән. Ҡамасаулағандарында ла башта иғтибар итмәйҙәр, ныҡ ҡына үҙәгенә үтһә, тамаҡлай ҙа ташлай. Шуның кеүек, үҙемдең нервыға тейгән кешеләргә лә иғтибар итмәйем. Ғәйбәт һөйләп, башҡалар араһын болғап йөрөүҙән, әҙәмде рәнйетеүҙән ситтәмен. Был миңә килешмәй ҙә. Үҙемде яратҡандарҙы ғына яратам. Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа мин яратып, мине яратмағандар осраманы. Мөхәббәт йәһәтенән ир-егеттәр менән дә шулай. Яуапһыҙ мөхәббәт тип илап йөрөгәнем юҡ. Ә әгәр инде кешенең миңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәргәнен күрһәм, үҙем ситләшәм. Шуның менән яҡты йөҙөмдө ҡалдырам.
Үҙемә һөмһөҙ тойолған, йәнемде көйҙөргән, энергиямды һурған кешеләрҙе яҡын юлатмайым. “Һаумы, һау бул” тип кенә иҫәнләшәм, араны боҙмайым, күрешеп һөйләшеп йөрөйөм, әммә үҙемдең донъяға индермәйем, улар өсөн биклемен. Ихтирам итмәгәндәр менән дә арамды боҙмайым. Кеше, шуны күрә алмайым, яратмайым, тип дорфалана, минең ундай ғәҙәт юҡ. Меҫкен булып йөрөү, инәлеү холҡомда бөтөнләй юҡ. Әлеге лә баяғы, арыҫланлыҡтыр. Үҙемдең баһамды беләм, шул баһамды төшөрмәйем. Түбәнселеккә төшмәгәнемә лә мине ихтирам итәләрҙер.

“Ысын шағир философ була”

“Шоңҡар”ҙар. Тормошоғоҙҙо шиғриәт менән бәйләйем, шағирә булам тигән көн булдымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Тик торғанда шағирә булам тип әйтеп булмай. Уҡытыусым Марат Муллағолов көсләп шиғыр яҙҙырҙы. Алтынсы кластарға яҙышыу мохтажлыҡҡа әйләнде. Аҙаҡ ғашиҡ булғас, хисемә ауаздаш китаптар уҡығы килә. Уҡыйым, әммә яраҡлыны тапмайым. Аптырап, үҙем яҙҙым. Шиғыр тыуғас, ниндәйҙер ҡыуаныс кисерәм, түбәм күккә тейә, эйфория тоям. Бала ғына көйө ҡанатланып йөрөнөм, шул тиклем йөрәккә еңел булып ҡала ине. Артабан шиғриәт үҙенән-үҙе алды ла китте.
Уҡырға ингәндә, мин үҙемсә шағирә булып йөрөй инем. Аҙаҡ ҡыҙҙар һөйләй: “Деканатҡа һөйләшергә инергә торғанда, ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырып, эре генә коридор буйлап үттең”. Мин бит әҙибә булып йөрөйөм! Гәзит-журналдарҙа баҫылып торҙом, үҙемде шағирә тип килдем. Деканатҡа ингәс, алдарына эштәремде теҙеп һалдым, ҡыуанып ҡаранылар. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә ҡулъяҙмамды тикшергәндә “ҙур багаж менән килде” тип билдәләнеләр.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт әҙәбиәтендә феменизм кеүек күренеш бармы? Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ ижады араһында айырма ҙурмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әҙәбиәттә феменизм элегерәк булып алды. Хәҙерге быуын шағирәләре, яҙыусылары улай түгел. Үҙгәртеп ҡороу мәлендә тиҙ генә адаптация үтеп, дөрөҫ йүнәлеш ала алдыҡ.
Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат прозаһы айырылмай. Минең прозаны ирҙәрҙеке тип ҡабул иткәндәре булды. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге конкурста псевдонимды Салауат Зарипов тип алған инем, ир кешенең әҫәре тип уҡығандар. “Вазифа” тигән тәүге хикәйәм унда икенсе урын алғайны. Ә шиғриәттә мин — ҡатын-ҡыҙ, шағирәмен. Ҡатын-ҡыҙ шиғриәте менән ирҙәрҙеке ҡырҡа айырыла. Проза, драматургия айырылмаҫҡа ла мөмкин.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең поэмаларҙа күп осраҡта төп герой — ир-ат. Ни өсөн шулай?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина: Миңә ир-аттарҙың образын ҡатын-ҡыҙҙыҡына ҡарағанда асыуы күпкә еңелерәк. Гел ир-егеттәр араһында үҫтем, балаларым да — өс малай. Ҡыҙҙарҙы ҡарай алмаҫ инем, уртаҡ тел таба алмаҫ инем тип уйлайым. Әле лә мин балаларым менән үҙемде малай итеп тотам. Әсәй менән ул арһында барьер булһа, аралашыу ҡыйын барасаҡ. Барьерҙы булдырмаҫ өсөн холҡомда малайлыҡ тәрбиәләнем, уларҙың психологияһын, етешһеҙлектәрен яҡшы беләм, еңел генә уртаҡ тел табам. Шуға күрә лә әҫәрҙәрем ир-егет күҙлегенән сығып яҙылалыр.
“Шоңҡар”ҙар. Һуңғы Яҙыусылар союзына алынғандарҙың араһында ике генә ир-ат. Был нимә менән бәйле икән? Әҙәбиәтебеҙҙә гел ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалыр тигән хәүеф юҡмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Элек ҡатын-ҡыҙ аҙ булған, хәҙер — ир-егет. Замандың бер күренешелер, сөнки ир-егеттәр аҡса табыу менән мәшғүл, Себерҙә эшләй, армияла йөрөй, кәләш алайым, өй һалайым, ипотека түләйем тип әҙәбиәттән ситләшә. Ир-егеттәрҙең аҙаҡҡы йылдарҙа әҙәбиәткә һуңлап килеүе шунандыр, моғайын. Уларҙың өҫтөндә яуаплылыҡ ҙурыраҡ, ата-әсәһен дә хәстәрләргә, ғаилә ҡорорға кәрәк. Ә беҙҙең заманда бөтә юлдар асыҡ ине, тотороҡлолоҡ булды, шуға ла ваҡытында килделәр.
“Шоңҡар”ҙар. Бөтәһе лә шиғыр яҙа, әммә барыһы ла шағир була алмай, тиҙәр. Ысын шағир кем ул?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ысын шағирҙың фәлсәфәһе була. Бынан тыш, шиғыр үҙенсәлекле, образдарға, сағыштырыуҙарға бай булырға тейеш. Нимә күрҙем шуны яҙҙым түгел. Тормош менән бәйләп, мотлаҡ фәлсәфә өҫтәлергә тейеш. Хәҙер көнкүреш кимәлендәге шиғырҙар күбәйҙе. Патриотик темаға яҙам тиҙәр ҙә шәжәрә, рух кеүек һүҙҙәр менән мауығалар. Бармаҡтан һурып яҙылғандар, яһалмалар шунда уҡ күҙгә ташлана. Ундай темалар күптән беҙҙең иң көслө шағирҙарыбыҙ тарафынан яҙылған бит инде. Күпме сәйнәһәң дә яңылыҡ табып булмай, ә шағир булараҡ һин кеше әйтмәгән фекер табырға тейешһең. Фәлсәфәһенә, үҙенсәлегенә ҡарап шағирлыҡты самалайым. Кеше күрмәгәнде күргән, кеше тоймағанды тойған шағирҙарға иҫем китә. Йәштәр шиғриәтте шәп шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡып өйрәнһендәр ине. Ижадта өгөт-нәсихәт булырға тейеш түгел, халыҡты тәрбиәләргә кәрәкмәй. Әгәр шағир философ түгел икән, әҫәренең кимәле бик түбән була.
“Шоңҡар”ҙар. Яҙыусы бер ваҡытта ла шиғыр яҙып китә алмай, ә киреһенсә булырға мөмкин. Ни өсөн шулай икән?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Эйе, шағирҙан драматург та, яҙыусы ла сыға. Шағирлыҡ күп нәмәне аса, бәләкәй генә өс дүрт юллыҡ строфала үҙеңдең хисеңде, фекереңде төйнәргә өйрәнәһең, ә шиғырҙың аҙағында шәп фекер сәпәп ҡуяһың. Шуныһы булмаһа, һүҙ теҙмәһен әйләндереп-әйләндереп, бөҙөрләтеп яҙыуыңдың бер фәтүәһе юҡ. Ана шул ҡыҫҡалыҡ, тос фекерлек ныҡ ярҙам итә. Ә ҡайһы саҡ, киреһенсә, ҡыҫҡалаҡ прозала ҡамасаулай. Темп, динамика яратам, матурлап, офоҡтоң ниндәй төҫкә ингәнен, һил генә ел нисә япраҡты һелкеткәнен һуҙылып яҙып ултырырға йыбанам, миңә йәһәт кенә булһын. Үҙемдең динамикалы булыуым ҡайһы саҡ әҫәремә хилафлыҡ килтерә.
“Шоңҡар”ҙар. Яҙыусылар союзында булмаһалар ҙа интернетта сәхифәһендә хикәйә-шиғырҙарын ҡуйып, үҙ уҡыусыһын тапҡандар бик күп. Ҡайһы берәүҙәрҙән ойошма нимәгә кәрәк тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был турала нимә уйлайһығыҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Беҙҙең өлкәлә ниңәлер һәүәҫкәр тигән исем юҡ. Һәүәҫкәр йырсы, композитор бар, ә яҙыусы юҡ. Булырға тейеш. Нимә ашаным, нимә эстем, нимә күрҙем, ҡайҙа йоҡланым, апайым-ағайым, еҙнәм, ҡустым, шулайтайыҡ, былайтайыҡ тигән һымағыраҡ шиғыр яҙалар ҙа шағир булып йөрөйҙәр. Ә ул шиғыр түгел бит. Етмеш-һикһән йәшкә тиклем кеше Яҙыусылар союзына инмәгән икән, тимәк, был нимә тураһындалыр һөйләй. Профессиональ яҙыусылар талантты эҙләп кенә йөрөй ул, сөнки үҙҙәренең артынан ҡалдырырға кешеләр кәрәк. Бер яҙыусының да күңеле тар түгел. Юғары кимәлдә яҙған кешене күрһәләр, шунда уҡ эләктереп алалар һәм үҙҙәренең артынан ҡалдырыуҙы хәстәрләйҙәр. Талантлы кешегә бер кем дә күңелен тарһындырмай. Талант ҡасан да йырып сыға. Үҫһә, йәш сағынан үҫә, иң күбе иллегә тиклем. Ошо йәшкә тиклем талантын күрһәтә алмаған икән, һәүәҫкәр кимәлендә ҡаласаҡ. Шул һүҙҙе ҡулланышҡа индергәндә, кешеләр ҙә айырып торор ине, профессионалдың зауығын һаҡлар ине. Үҙ нәшер менән аҡсаһы булғандар китап сығара ла союзға керәм тип йөрөй. Был таланты бар тигәнде аңлатмай, профессиональ булыр өсөн байтаҡ кәртәләрҙе үтергә кәрәк. Мәҫәлән, шиғриәт секцияһында ҡулъяҙмаңды ҡаратырға, иләк аша үткәрергә, ҙур яҙыусыларҙың фекерен тыңларға, яҙмаларыңды кәңәштәр буйынса төҙәткеләргә, эшкәртергә, шунан протокол менән нәшриәткә тапшырырға, унда әллә нисәмә мөхәррир ҡулы аша үткәрергә кәрәк. Ике китабың шулайтып сыҡҡас ҡына Союзға инә алаһың. Профессиональ булып киткәс, һиңә яуаплылыҡ өҫтәлә. Талантым бар тип илке-һалҡы йөрөп булмай, юғиһә һәләтең һүнә. Тормош баҫа, әммә профессиональ икәнеңде оноторға ярамай. Форма тотор өсөн спортсмен йүгерергә тейеш кеүек яҙыусы ла үҙен үҙе сыбыҡлап булһа ла эшләтергә тейеш.
“Шоңҡар”ҙар. Ысын яҙыусыны, талант эйәһен бөгөн үк билдәләп булмайҙыр ул. Ваҡыт үткәс кенә, тарихта тороп ҡалғандарҙы ғына ысын яҙыусы тип атарға мөмкиндер...
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ваҡыт — шаһит. Ҡайһы саҡ ныҡ билдәле шәхестәр ҙә үлеменән һуң бер нисә йыл эсендә онотола, фамилияһы ла иҫтә ҡалмай. Ә ҡайһы саҡ бер наградаһыҙҙар ҙа халыҡтыҡы һаналып йөрөй. Бәтә нәмә лә ваҡыт ҡулында. Халыҡ хәтере көслө, мин олоғайған һайын шуға инанам. Уны аңра тип уйларға ярамай. Халыҡ аҡтан ҡараны айыра белә. Кемде ярата шуны күтәрә, кешеләрҙең күңеленә үтеп инмәһәң, барыбер төшөп ҡалаһың. Халыҡ был донъяла — иң көслөһө.
“Шоңҡар”ҙар. Бөгөн һеҙ — Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесенең урынбаҫары. Был ойошмала үҙегеҙ алдына ниндәй маҡсаттар, бурыстар ҡуяһығыҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Яҙыусыларға хәлдән килгәнсә ярҙам итеү, күңелдәрен үҫтереү, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу. Айгиз Ғиззәт улы менән ихлас ҡына эшләйбеҙ. Гранттар отоп, конкурстар ойошторҙоҡ. Яңыраҡ тәржемәләр конкурсы булды, был күренеш — бәхет ул. Заманында шиғырыбыҙҙы кемдән тәржемә иттерергә белмәй, уның өсөн аҡса таба алмай йөрөй инек. Ә бына конкурсанттар эшләгәс, кеҫәңдән бер тин аҡса сыҡмай. Етмәһә, аҙаҡ һайлап алып, Рәсәй кимәленә сыға алаһың.
Ойошмала эшләүемә, яҙыусылар араһында йөрөүемә ҡыуанам. Үҙемде таптым тип әйтә алам. Юлда йөрөү, халыҡтың тын алышын тойоу ныҡ оҡшай.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген ниндәйерәк итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ? Халыҡ әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынамы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге яҡты булыр, Алла бирһә. Бының өсөн тәү сиратта тәржемә яғын ҡарарға кәрәк. Күптән түгел донъя күргән “Хәҙерге белорус антологияһы”н  алғанда ла, беҙҙең прозаның бөтөнләй икенсе икәне күренде, улар европаса яҙа. Ә шиғриәт, киреһенсә, оҡшаш. Донъя кимәлендә кешеләр аңларлыҡ әҫәрҙәр яҙырға кәрәк.
Халыҡҡа килгәндә, уҡыйҙар. Яҙыусы һүҙенә мохтаждар, беҙҙе һәр барған ерҙә яратып ҡаршы алалар. Ижади командировкаларҙа китап уҡығандарына, китапханаларға йөрөгән­дәренә инандыҡ. Әртистәрҙе, әлбиттә, нығыраҡ таныйҙар, әммә яҙыусының абруйы юғарыраҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй ижади пландар менән йәшәйһегеҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Әле “Уйлы заман” тип исемләнгән китабым сығып бара, Салауат дәүләт башҡорт драма театрында пьесам буйынса спектакль әҙерләнә. Унан тыш та тәҡдим итә торған пьесаларым бар, ҡабаттан ныҡ итеп ҡарап сығырға ғына кәрәк.
Яҙа торғандарым күп. Себерҙән өс материалым бар. Хәтәр ҡыҙыҡ, заманса, мауыҡтырғыс роман башта йөрөй. Ул әле үҫешә. Баланы туғыҙ ай йөрәк аҫтында йөрөтмәйенсә табып булмағандай, тота килеп, яҙып та булмай. Тимәк, ваҡыты етмәгән. Тәүҙә әҫәр мейелә әҙерләнә. Яҙыусының мейеһе китап һымаҡ бит ул. Бер өлөшөндә — бер нәмә, икенсеһендә — икенсе. Шиғыр яҙған мәлдә бүтән нәмә яҙып булмай, һәм, киреһенсә, прозаға тотонһаң, шиғыр яҙып булмай. Драма ла, проза ла, шиғыр ҙа булмай. Улар бөтөнләй бер-береһен яратмайҙар, һыйышмайҙар, күрше түгелдәр. Әле шиғриәт менән генә булышам.

“Бәхетле булыр өсөн күңел азатлығы кәрәк”

“Шоңҡар”ҙар. Дәүләтбирҙина — һеҙҙең ҡыҙ фамилияғыҙ, кейәүгә сыҡҡас алмаштырманығыҙмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Шиғыр яҙа башлағас, атайыма: “Һинең ысын фамилияңа күсәм – Зарипова булам”, — тинем. Репрессия мәлендә крәҫтиән ҡыҙы өләсәйем бай мулла балаһы атайымды үҙенең фамилияһына — Дәүләтбирҙинға күсереп алып ҡалған. Зариповтар кулак, халыҡ дошманы мөһөрө аҫтында ныҡ ҡырылған, себергә ебәрелгән. “Пионер” журналында эшләгәндә ҡайһы бер мәҡәләләрем Таһир Зарипов булып сыҡты. Атайым: “Зариповтар күп бит, ҡыҙым. Фамилияң иҫтә ҡалырлыҡ булһын”, — тине. Кейәүгә сыҡҡас, Хәбибуллинаға әйләндем. Был фамилия бөтөнләй йәбешмәне, бер кем дә мине Хәбибуллина тип белмәне. Айырылғас, кире Дәүләтбирҙинаға ҡайттым.
Фамилияның әтнәкәһе ҙур, уның үҙенең энергетикаһы бар. Ҡайһы бер фамилиялар кешене бәхетһеҙлеккә, уңышһыҙлыҡҡа һөйрәй. Мин шуға бик ныҡ ышанам. Хәбибуллина булып ун алты йыл йәшәгәндә тормошом ныҡ ауыр булды. Дәүләтбирҙинаға кире әйләнгәйнем ҡапыл сәскә аттым, уны аныҡ һиҙҙем.
“Шоңҡар”ҙар. Өс бала менән айырылышып, ҡабаттан тормош башларға ҡурҡыныс булманымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Беҙҙең халыҡта, үҙең ҡолаһаң, илама, тиҙәр. Шуға йәшәүе ауыр булһа ла, оҙаҡ йылдар ғаиләне тоторға тырыштым. Күп ғаиләләргә хас булғанса, бәхетебеҙгә эскелек ҡамасауланы. Айырылы­шыу, әлбиттә, ундай ҡарар ҡабул итеү ауыр булды. Хәҙер кеше еңел ҡарай, элек улай түгел ине. Балаларҙы атайһыҙ ҙа итке килмәй, шул уҡ ваҡытта психик травмала ҡалдырғы килмәне.
Кешене тәрбиәләп тә, үҙгәртеп тә булмай. Нимәлер килеп сыҡмай икән, баштан уҡ айырылышырға кәрәк булған. Башҡорт халҡы бер ваҡытта ла ҡатынды иренә бәйләп тотмаған: унға бар — уңғансы бар, уңмағанды ҡыума, тигәндәр. Туғыҙынсы ире менән бәхетле йәшәп киткәндәр менән танышмын, шуға күрә яҙмышың нисек булырын белгән юҡ, донъяңды яңынан ҡорорға ҡурҡырға ярамай. Балаларың да, үҙең дә тыныс булаһың. Бәхетле булыр өсөн күңел азатлығы кәрәк.
Бер тапҡыр ирем ныҡ ыҙалатҡас: “Ҡанатымды һындырҙың”, — тип иланым. Искәндәремә дүрт йәш ине. Арҡамды һыйпап: “Әсәй, ҡанатың ҡайһы ереңдә ине, ниндәй төҫтә ине, ҙур инеме? Атай, нишләп һындырҙың инде?” — тип ҡушылып иланы. Шуға ҡанатыңды һындырған кеше менән бер ҡасан да йәшәргә ярамай. Түҙгәнемә үкенәм, иртәрәк айырылышһам, күпкә бәхетлерәк булыр инем. Үҙгәрер тип, әсәйемдең һүҙен тотоп йәшәнем. Мыҫҡыллап, юлыңды быуған, кеше һүҙенә төшкән ир эргәһендә күҙең янмай шул. Бәхет миңә ныҡ һуң килде. Бәхетле икәнемде бер-ике йыл элек кенә тойҙом.
“Шоңҡар”ҙар. Кейәүҙә уңмағас, ир-атҡа күңелегеҙ ҡатманымы, ышанысығыҙ бөтмәнеме?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ирҙәргә күңел ҡатыу атай менән бәйлелер ул. Атайым изге, матур кеше булғас, әсәйем менән 67 йыл мөхәббәтле ғүмер кисергәс, күңелем һүрелгән саҡта ла барыбер ир-егеттең абруйы һаҡланды, уларға ҡарата ихтирамым көслө. Ҡатын-ҡыҙға янында атаһы һымаҡ хәстәрләгән кеше кәрәк. Электән ирҙең булмышы— ҡатынды яҡлау, усаҡ һаҡлаусы булараҡ аялау. Ҡайһы саҡ беҙ, ҡатындар, үҙебеҙ ҙә яңылышып китәбеҙ, ирҙәрҙе елкәгә ултыртабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ иренә әсәй һымаҡ булырға тейеш түгел. Ир кеше быны күтәрә алмай.
“Шоңҡар”ҙар. Бөгөн һеҙҙең янығыҙҙа шундай хәстәрлекле кеше бармы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Яратҡан кешем бар, балаларым да уны белә. Нисәмә йылдар бик бәхетле ҡатын-ҡыҙ икәнемде тоям, уның янында үҙемде уйнаҡлап йөрөгән ҡолонсаҡ һымаҡ хис итәм. Бер-беребеҙгә терәкбеҙ, бер-беребеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Ғүмерҙә татымаған мөхәббәт хисен ул да, мин дә татыйым. Олоғайған көндә ун өс йәшлектәй ғашиҡ булып була икән! Уның янында ысын мөхәббәт барлығын белдем. Был тормошҡа һис кенә лә аптырарға түгел! Бәхет ҡапҡалары ҡасан асылырын белеп булмай. Үҙеңде үҫтереп, үҙ донъяңды төҙәтеп, алда һағалап торған бәхетте көтөп йәшәргә генә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Өс малай әсәһе булараҡ, ҡыҙ бала тураһында хыялландығыҙмы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Икенсегә ауырға ҡалғанымда, ул ваҡытта УЗИ юҡ ине, ҡыҙ тип көттөк. Дефицитта булған алһыу конверт та алғайныҡ. Нәркәс тип исем дә уйлап ҡуйҙым. Малай тыуғайны, эсем бошто. Әммә улым ҡыҙҙар кеүек ихлас, нескә күңелле матур бала булып үҫте. Алһыу конвертты уның ҡыҙы тыуһа бүләк итермен тип әле лә һаҡлайым.
Гел малайҙар булғас, ҡыҙ баланы нисек ҡарарға кәрәклеген дә күҙ алдына килтермәйем. Ҡыҙҙы тәрбиәләй ҙә алмаҫ инем кеүек. Ә малайҙарыма ир холҡо бирҙем. Һәр көнөгөҙ көрәш тип өйрәттем, ҙур тормошҡа ныҡ әҙерләнем.
“Шоңҡар”ҙар. Килендәрегеҙ менән мөнәсәбәт ниндәй? Һеҙ ниндәйерәк ҡәйнә?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ике киленем менән дә серҙәштәрбеҙ, әхирәттәрбеҙ. Уртаҡ тел тапҡаныбыҙға, бер-беребеҙҙе нисек барбыҙ шулай ҡабул иткәнебеҙгә шатмын. Арабыҙҙа бер ниндәй барьер юҡ. Килендәремде “ҡыҙым” тип кенә йөрөтәм.
Киленде кеше балаһы тип түгел, үҙеңдең ҡыҙың тип ҡабул итергә кәрәк. Улың уны донъялағы иң ҡәҙерле кеше тип һайлаған икән, һин дә шулай ҡарарға тейешһең. Бөтә ҡәйнәләр ҙә фекерем менән ризалашһа, балалары ла бәхетле булыр ине. Ир ике ут араһында ҡалып, әсәһенә лә, ҡатынына ла ярай алмай, ғаиләләр тарҡала. Авторитет булам, һүҙемде һүҙ итәм тип, киленде баҫырға ярамай. Ғаиләләренә бөтөнләй ҡыҫылмайым, сөнки улдарым менән килендәремә минең менән торорға түгел, ҡасандыр көнөм бөтәсәк. Ә уларға әле йәшәргә лә йәшәргә.

“...Хатта айға ла оса алам!”

“Шоңҡар”ҙар. Тормошоғоҙҙа күп һөнәр алмаштырғанһығыҙ. Ҡайһыныһы иң оҡшағаны булды?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Һөнәрҙерем күп — ашхана хеҙмәткәре, транспорт буйынса диспетчер, горничная, ҡунаҡханала һәм ятаҡта вахтер, уҡытыусы, пионервожатый, баш мөхәррир, директор урынбаҫары, нәшриәттә баш мөхәррир урынбаҫары, министрлыҡта әйҙәүсе кәңәшсе, ғилми хеҙмәткәр, редакцияларҙа бүлек мөхәррирҙәре, телевидениела мөхәррир. Ниндәй һөнәрем юҡ икәнен һанап сығыу еңелерәк. Яҙмышымды уйнатып тик йөрөнөм, ғүмерҙең үҙгәреп тороуын яратам. Иң оҡшағаны себерҙә диспетчер булыу, сөнки халыҡ менән эшләнем. Һин диспетчер ғына булып ҡалмайһың, психолог, психотерапевт, шәфҡәт туташына әйләнәһең, апай йә әсәй ролен башҡараһың. Мине психолог булараҡ ныҡ яраттылар, сөнки балалары, ғаиләһе ҡырҙа. Күптәр түҙмәй, ташлайым, ҡайтып китәм, ти торғайны, ә вахта тамамланмайынса ҡайтһалар, аҡса түләмәйҙәр. Шуларҙы йыуаттым, терәк булдым.
“Шоңҡар”ҙар. Күптәр, пенсияға сыҡһам, бер көн дә эшләмәйем, тип әйтә. Һеҙҙә улай уй тыуҙымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ял итке килә, әммә беҙҙең пенсия донъя көтөүгә эшкинмәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас “хәҙер ҡайҙа теләйем шунда барам, күпме теләйем шунсама эшләйем, хатта айға ла оса алам” тигәйнем. Бер-бер артлы урындарҙы алмаштырып, үҙемә яраҡлыһын эҙләнем. Быға тиклем стаж, аҡса өсөн эшләһәм, хәҙер күңелем теләгән урын кәрәк. Яҙыусылар союзы ныҡ оҡшай. Халыҡ менән эшләргә, ауыр саҡта кәңәш бирергә ныҡ яратам. Кешеләргә психолог урынына булып, йәндәрен имләп, күңелдәрен уйлап, йыуатып, уларға еңел булһын тип йәшәйем. Яҙыусылар союзында ла үҙемде диспетчер һымаҡ тоям. Был беренсенән. Икенсенән, юлда йөрөргә яратҡан миңә был эш килеште.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ ҡырыҫ Себер яҡтарында ла, Сочи ҡалаһында ла эшләп ҡайттығыҙ. Сит тарафтарға сығып китергә нимә мәжбүр итте? Аҡса эшләү теләгеме, әҙәби багаж туплау хыялымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Сығып китергә аварияға осрауым сәбәп булды. Машинаны ремонтларға күп аҡса талап ителә ине, шуға уны ремонтлап торманым, ҡабаттан өр-яңы машина һатып алдым. Һуңынан ғына уйлана башланым: барлыҡ аҡсам кредитҡа китеп торһа, артабан нисек йәшәргә? Шул саҡ башыма “Себергә барып эшләп ҡайтайыммы икән?” тигән уй төштө.
Мин унда услап-услап аҡса эшләйҙәр тип уйлаған инем. Ә ул аҡсаны алыр өсөн ни тиклем көс түгергә кәрәклеген күҙ алдына килтермәнем.
“Шоңҡар”ҙар. “Иң беренсе тапҡыр барғанда оялыу, ғәрләнеү тойғолары бар ине”, — тип яҙған инегеҙ. Был тойғоно нисек еңдегеҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Оялыу, ғәрләнеү булды. Миңә хатта әхирәттәрем: “Тәнзилә, берәүгә лә әйтмә, шағирә кешенең шунда йөрөүе әҙәм көлкөһө”, — тинеләр. Себерҙә лә төрлө кешеләр осрай, аҙып-туҙып килгән, эскән-тартҡан наҙан ҡатындар менән дә эләктем. Шулар араһында йөрөгәнгә йән көйгән саҡтар булды. Үҙемдең журналист, яҙыусы икәнемде әйтергә ҡурҡтым, ундайҙарҙы яҡын да юлатмайҙар. Кем икәнлегемде йәшерһәм дә, миңә аристократҡа ҡараған һымаҡ ҡаранылар. “Төҫөңә яҙылған, һин — интеллигент. Бында нимә эшләп йөрөйһөң? Һин бит ҡара эшсе түгелһең”, — тиҙәр ине. Унда булғандарымды, яҙмыштарҙы яҙғандан һуң оялыуым үтте. Аҙаҡ хатта шундай эштә эшләй алыуыма, һаулығым ундай мөмкинлек биргәнгә ғорурландым. Унда минең дуҫтарым күбәйҙе. Мине яраттылар, сөнки әлеге лә баяғы, уларға әсәй ҙә, апай ҙа булдым. Кәрәк кеше булып йөрөгәнемә шатмын. Себер тураһындағы яҙғандарымды халыҡ уҡыған, миңә күп шылтыраттылар, әле лә мине Себер буйынса беләләр. Юлда йөрөгәндә һөйләшеп китһәк, ир-егеттәр хеҙмәттәше һымаҡ күрәләр.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡәләмдән ауырыраҡ әйбер күтәрмәгән кешегә Себерҙә эшләүе ауырға тура килмәнеме?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Иң беренсе ашхана хеҙмәткәре булып барҙым. Мине ҡыярҙы ашҡа ла, салатҡа ла бер үк турайһың тип шелтәләнеләр. Ғүмерҙә лә ашханала эшләмәгәс, ҡайҙан ғына беләйем? Илап алдым. Һауыт-һаба йыуҙым. Унда ниңәлер ҡалын, ауыр тәрилкәләр, биш-алтауҙы ғына күтәрер өсөн дә көс кәрәк. Аҙаҡ өйрәнеп киттем, ҡулдарым йыбырлап торҙо. Иҫ китмәле темп талап ителә, һәр кем эшләй алмай. Ун икешәр сәғәт буйы аяҡ өҫтөндә йөрөйһөң, ен һымаҡ булырға кәрәк. Һуҙылып йөрөгәндәр түҙмәй ҡайтып китте.
Себер һөйрәй тип тә әйтәләр. Бер барып эләкһәң, ысҡыныуы ҡыйын. Вахтала бында булған бер проблема ла юҡ. Ритмға инеп алаһың да, робот һымаҡ йөрөп тик ятаһың. Себерҙә эшләр өсөн ихтыяр көсө кәрәк. Шәп һаулыҡ мотлаҡ, сөнки ауырыһаң, шунда уҡ эвакуация­лайҙар. Вахтала ҡыҙҙарға ла егет булырға кәрәк. Унда барып эләккән кешегә үҙен хәрби хеҙмәттәмен тип хис итергә кәңәш итәм. Армиянан хеҙмәт итмәйенсә ҡайтып булмай бит. Ваҡыт ағышы вахтала икенсе, бер үк көндәр бер-бер артлы үтә лә китә. “Себерҙә йөрөгәндәрҙең икешәр ғаиләһе бар”, — тип әйткәндәрен гел ишетәм. Ике ғаиләгә унда эшләгән кешенең ҡайҙан хәле ҡалһын? Юҡты һөйләйҙәр! Мөнәсәбәт­тәр тыйыла. Камеранан ҡарап ҡына ултыралар, берәй нәмә тойолһа, шунда уҡ ирҙе лә, ҡатынды ла ҡайтарып ебәрәләр.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге йортона күҙ төшөрөп йөрөгәнһегеҙ түгелме?..
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Элек утыҙ йәшкә тиклемге яҙыусыларға бушлай фатир бирә торғайнылар, шул осор миңә эләкмәне. Ике балам булып китте, ир бар, ә йәшәргә урын юҡ. Әсәйем “Балаларҙы ҡарап торам, Өфөлә урынлашып ҡара”, — тип ебәрә. Килһәм, тәҙрәһендә ут янған подвал күрһәм дә йөрәгем әрней торғайны. Шунда булһа ла торор инем, тип уйлайым. Шул тиклем Өфөлә ижад иткем, йәшәгем килде. Эш булһа — ятағы юҡ, ятағы булһа — эше юҡ. Бер мәлде Мәжит Ғафури музейы эргәһенән үттем. Шул тиклем ҙур музей! Минең һымаҡ фатирһыҙ йөрөгән өс яҙыусының ғаиләһен ваҡытлыса индерһәләр, ҡалай шәп булыр ине, экспонаттарын тәрбиәләп торор инек, тип уйланым. Аллаһ Тәғәлә, моғайын, мине ишеткәндер.
Утыҙ йәштәрҙә ер һатып алдым. Балаларға иркенлек кәрәк ине, үҙемдең дә ергә баҫып йөрөгөм килде. Ун йыл шул баҡсала йөрөгәс, өй кәрәктер, тигән уйға килдем. Ҙур йорттарға ҡыҙығып йөрөгәсмен, ҡартайған көнөмдә булһа ла йорт һалайым, тинем. Атайым ярҙам итте, үҙем дә ныҡ тырыштым. Тәбиғәттән айырылғы килмәй, ер үҙенә һөйрәй, унан барыбер энергия алаһың. Күп итеп ағас ултырттым. Биш йылдан урман булыр ул, тип көлә малайҙар. Барыһын да ныҡышып, үҙем булдырҙым. Мин ыҙалағаным етте тип, балаларыма ла яҡшы тормош яһарға тырыштым.

“Кешеләрҙе тағы ла аптыратырға ниәтем бар”

“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ каратэ менән дә шөғөлләнгәнһегеҙме? Тормошта каратэ алымдарын ҡулланырға тура килгәне булдымы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Утыҙ һигеҙ йәш тулғас, күңелгә нимәлер етмәй икәнен тойҙом. Нимәгәлер өлгәшә алмаған һымаҡмын. Спорт буйынса мөмкинлектәрем булһа ла үҫтермәнем тип, каратэның шотокан тигән йүнәлешенә яҙылдым. Унда эләгер алдынан медосмотр үткәрҙеләр. Һаулыҡ һәйбәт булғас, алдылар. Шунан расписка яҙҙырҙылар, йәнәһе, тота килеп һуғышып йөрөмәйәсәкмен. Үҙеңә йә туғандарыңа үлем янаһа ғына алымдарҙы ҡулланырға була.
Каратэ хәтәр ныҡ оҡшаны! Шиғыр яҙғанда алған ләззәт кеүек, унда ла шулай рәхәтлек кисерҙем. Күпмелер ваҡыт шөғөлләнгәндән һуң ләззәттең юғары нөктәһенә барып етәһең. Ул — үҙе бер бейеклек һәм бөйөклөк. Кешеләрҙең ығы-зығыһы ваҡ булып күренә, сөнки һин уларҙан көслөрәкһең. Физик яҡтан меҫкен, әммә теле әсе булып башҡалар менән булышып йөрөгән кешегә ҡарап уйлап ҡуям: урынына ултыртырға минең бер һуғыуым етә. Физик һәм рухи яҡтан көслөрәк икәнемде аңлау тынысландыра. Каратэ рухи яҡтан да ныҡ үҫтерә, сәүек эттәр һымаҡ әҙәмдәрҙән бөйөгөрәкһең. Спорт характерымды ныҡ үҙгәртте, күп уңыштарға ирештем. Каратэ миңә кәрәк булған. Ҙур спортҡа бара алмаһам да, Хоҙай биргән һәләтемде ҡулландым.
“Шоңҡар”ҙар. “Тәнзилә Дәүләтбирҙина Өфөнән Бөрйәнгә тиклем һыбай ҡайтҡан” тигән яңылыҡ таралғайны, шуның шаяртыу икәнен күптәр белмәй ҙә, шикелле...
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Һыбай йөрөп ятҡанымда “Башҡорт хужабикәһе” төшөрөп алғайны. Һорауына: “Бөрйәнгә ҡайтып барам”, — тигәйнем. Етмәһә, сәхифәмә үҙем дә шаяртып, ауылға ҡайтып килдем, тип видео ҡуйған инем. Кеше ышанды. Үҙебеҙҙең гәзит-журналдар ғына түгел, Татарстанда ла яҙҙылар. Хатта телевидениенан шылтыраттылар.
“Инйәр юлынан, тауҙар аша, нисек атта 350 километр үтергә кәрәк?” тип шикләнеп уйлаусы булманы, шикелле. Командировкаға барғанда ла һорайҙар. Ауылдағы ағайымды “Тәнзилә ысынлап та һабый ҡайттымы?” тип ҡаңғыртҡандар. Ағайым: “Асфальтта мал йонсотоп ниңә улай ҡайтһын?”— тип яуап бирә. Яҙыусы кешегә, тимәк, халыҡ ышана. Кешеләрҙе тағы ла аптыратырға ниәтем бар, әммә нимә менән икәне сер, осона сығырмын тип уйлайым, Алла бирһә.
“Шоңҡар”ҙар. Сәйәхәт итергә лә яратаһығыҙ. Ҡайҙарҙа булдығыҙ? Ниндәй ил хәтерҙә ҡалды?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Эстонияла, Швецияла, Финляндияла, Төркиәлә, Мысырҙа булдым. Сәйәхәттә саҡта, әлбиттә, сағыштырып йөрөйөм. Мысыр кешеләренә көлкөм килде, ниңәлер улар бөтәһе лә яҫы табанлы булып сыҡты, лапылдатып баҫалар. Ҡомда шулай кәрәктер инде. Егерме биш градус йылыла ҡалын итеп кейенеп йөрөйҙәр. Швеция оҡшаны, Карлсон йәшәгән йорттоң ҡыйығын күрһәттеләр. Нобель премияһы биргән залды ҡараным. Финляндияла ун йыл элек эскеселәр күп булыуына иғтибар иттем, таң менән егеттәр вокзал алдында тәгәрәшеп ята ине. Үҙҙәрендә алкоголь ныҡ тыйылғас, Питерға барып алалар, ,тип һөйләгәйнеләр.
Һәр илдең үҙенсәлеге, үҙ менталитеты бар, һәр кем үҙенсә матур. Күп ерҙе күргем килә. Ғүмерем ҡыҫҡара барыуы ғына ҡыйын, мөмкинлектәр сикләнә, аҙая. Етмеш йәшкә тиклем күпме генә ерҙе күреп өлгөрөрмөн икән? Илле йәштән ныҡ ҡурҡҡайным, ҡарт булырмын һымаҡ ине. Илле йәш тулғайны шул уҡ кеше булып ҡалдым. Бөгөнгө көнгә тиклем үҙемдә бер үҙгәреш күрмәнем. Шул уҡ ҡала бирәм. Етмештә нисек булырҙыр, белмәйем.
“Шоңҡар”ҙар. Тормошта әле лә аптыратҡан, хайран иткән нәмәләр бармы?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ундай нәмәләрҙе эҙләргә кәрәк. Эҙләгәсме икән, ҡыҙыҡлы кешеләр, хәлдәр килеп сығып ҡына тора, шуның менән дә тормош йәмле. Йылдан-йыл хайран иткес ваҡиғалар күбәйә, үҙеңдең дә тормошҡа яратыуың арта ғына. Үткәндәрҙе ҡайтарып булмаҫын аңлағас, һәр көнөң ҡәҙерле, һәр мәлде матур итеп йәшәргә тырышаһың. Өлкәнәйгән һайын офоҡтар киңәйә бара, эмоциялар арта. Йәшлектәге кеүек хис итеп булмай, тормош баҫа, тиҙәр. Улай түгел. Баҫтыртмаҫҡа кәрәк. Көлгөм килһә, шарҡылдап көләм, илағым килһә, илайым. Эмоцияларҙы сикләргә ярамай.
“Шоңҡар”ҙар. Ауыр саҡтарҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Ҡыйын саҡ булһа, рәхәтләнеп илап алам. Башҡаларға ла, ауыр булһа, эсеңдә ҡалдырма, тип өйрәтәм. Сыҡмаған ҡайғы һаулыҡҡа зыян килтерә, йөрәкте бөтөрә. Крандан һыу ағыҙып, ҡайғымды шуға һөйләйем. “Һыу, минең бөтә хәсрәттәремде алып ҡал”, — тип йылғаға сумып сығам. Яңыраҡ Төркиәлә саҡта шулайтып диңгеҙҙә ҡалдырҙым, әллә күпме энергия алып ҡайттым.
Күңелде үҙең күрә белергә кәрәк, сөнки бер кемгә лә кәрәгең юҡ. Үҙеңде яратмаһаң, һине лә бер кем дә яратмаясаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙгә ҡарап һис тә 60 йәш биреп булмаһа ла, байтаҡ ҡына ғүмер юлы үтелгән, тормош тәжрибәһе тупланған. Тормошоғоҙҙан, заманығыҙҙан, ижадығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? Яңынан ошо юлды үтергә тура килһә, нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Яңынан тыуһам, бөтөнләй икенселәй йәшәр инем. Эйе, бер яҡтан өс балаға ғүмер бүләк иттем, бәхетле иттем, үҙем улар менән бәхетлемен. Бәлки, икенсе төрлө йәшәһәм, ул балаларым булмаҫ ине. Яҙмыш миңә матур мөмкинлектәр биргән осраҡтар булды. Шуларҙы ҡулланмай, ҡыйышыраҡ киткән саҡтарым бар. “Пионер” журналында эшләгәндә комсомол өлкә комитеты мине Мәскәүгә уҡырға ебәрергә булды. Бөтә документтар әҙер ине, кире уйланым. Атай-әсәйҙе һирәк күрермен, чиновник булһам, ғаиләм булмаҫ кеүек ине. Уҡырға барһам, бөтөнләй икенселәй тормош булыр ине, сөнки миңә ул йүнәлештә ҙур карьера вәғәҙәләгәйнеләр. Икенсе ҡыйыш аҙым – йырсы булмау. Күптән халыҡ артисы булып, һарайҙарҙа йәшәр инем. Яҙмыш ошо ике мөмкинлекте биргәйне, баш тарттым. Юҡ, мин Аллаһ Тәғәлә биргәненә ризамын, үҙемдең ҡабул итмәүемә генә риза түгелмен.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең ҡиәфәткә, матурлыҡҡа ҡарап бер кем дә 60 йәш бирмәҫ. Һылыулыҡты һаҡлау өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Биткә, муйынға мотлаҡ массаж, гимнастика эшләргә, крем һөртөргә кәрәк. Йоҡо ла мөһим, юғиһә, тире йоҡара, һырҙар барлыҡҡа килә. Үҙем һигеҙ сәғәттән дә кәм йоҡламаҫҡа тырышам. Тәбиғи ризыҡтар, витаминдар ашағыҙ. Эсәктәр ҙә сәғәт һымаҡ эшләргә тейеш, ә уның өсөн хәрәкәт кәрәк. Йәштәргә шул кәңәшем: ярты йыл һайын табиптарға күренеп тороғоҙ. Беҙҙең халыҡ “балнистың нимә икәнен дә белмәйем” тип эшлектән сыҡҡансы йөрөргә ярата. Организмға йәш саҡтан иғтибар итергә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙҙә иң оҡшаған сифат ниндәй?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Мин дипломат. Талашып, яман уйлап, кенә тотоп, үс алып йөрөүҙән ситтәмен. Аллаһ Тәғәлә мине рәнйеткән кешеләргә күрһәтеп тора. Шуға ла рәнйергә ҡурҡам. Әммә был һинән, минән тормай. Үҙеңде тыйһаң да, ниндәйҙер насар энергияң һинән өҙөлөп сыға. Уны сығармаһаң, үҙеңде эстән ашап, сиргә һабышаһың. Ауырымаҫ өсөн күңелеңде дауаларға кәрәк. Йөрәгең таҙа, кешегә этлегең юҡ икән, һаулығың яҡшы була, тыныс йоҡлайһың. Шуға шулайтып әйткәйнем, ҡасан әйләнеп ҡайтыр тип ҡурҡып йөрөмәйһең. Кеше алдында йөҙөң яҡты, нурлы була.
“Мин тураһын һөйләйем!” — тип йөрөгәндәрен яратмайым, самалап әйтергә кәрәк. Юҡҡа ғына дипломаттар барлыҡҡа килмәгәндер бит? Дәүләтебеҙҙә уларҙы махсус рәүештә уҡыталар, сөнки улар — һуғышты булдырмаусылар, илде һаҡлаусылар. Кешеләрҙә лә ундай сифат бар. Дипломат булырға ғаиләлә өйрәтһендәр ине. Тура һөйләгән туғанына ғына түгел, бер кемгә лә ярамай. Тура әйтәм тип кешенең йәнен ҡыйып, йөрәген яндырып йөрөү яҡшыға килтермәй. Матур итеп фекереңде әйтә, ә ҡайһы берҙә әйтә торған ерҙә лә телде тыйып ҡала белергә кәрәк. Кеше менән һыйышмағандарҙы йәлләйем мин.
“Шоңҡар”ҙар. 25 йәшлек Тәнзиләне осратһағыҙ, ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Кеше һүҙенә ҡарама. Атайың, әсәйең яҡшылыҡ теләп әйтһә лә, үҙеңдең интуицияңды тыңла. Күңелең ҡушҡанды эшләгәндә генә бәхетле булаһың. Үҙ йөрәгеңдә Аллаң бар, яҙмышыңды уның ҡулына тапшырып, үҙ юлың менән йөрө. Кеше һинең яҙмышыңды хәл итмәй, ә ауыр саҡта ярҙамға әллә килә, әллә юҡ. Бер кем дә һине аҫрарға, һиңә кәңәш бирергә тейеш түгел. Башҡаларҙан ярҙам көтмә, үҙеңә үҙең терәк бул. Күктән төшкәнен көтөп ултырыр урынға, тот та эшлә. Үҙеңә үҙең ҡәлғә һәм хужа булған осраҡта ғына ғорур, көслө булаһың. Һәм тағы — һәр кеше үҙе бер дәүләт. Дәүләт сиктәрен боҙҙортмағандар ғына көслө.

Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: