+24 °С
Ямғыр
Хәрби хәбәрсе Евгений Поддубный СВО зонаһында һәләк булған. Фажиғәле осраҡ тураһында Дәүләт думаһы депутаты Михаил Делягин үҙенең Telegram-каналында хәбәр итә. Евгений Поддубный ҡыҙыу нөктәләрҙән репортаждары менән билдәле. Бөгөн ул Курск өлкәһендә эшләгән, Суджан районында һәм уның тирә-яғында хәрби хәрәкәттәрҙе яҡтырта. Ул һәр ваҡыт объективлыҡ, тәрән анализ һәм тамашасыға булған хәл тураһында дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тырышуы менән айырылып тора.
Фото: Бәйләнештә