Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2024, 09:29

Ҡыйыу булығыҙсы, ир-егеттәр!

Хистәремде һиҙҙермәҫкә тырыша инем, сөнки уның тарафынан ҡыҙыҡһыныу булманы. Күңелем башҡаларға ятманы.

Ҡыйыу булығыҙсы, ир-егеттәр!
Ҡыйыу булығыҙсы, ир-егеттәр!

Беҙ йәш саҡта “Каруанһарай” төркөмө йырҙары, шул иҫәптән “Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?” тигәне лә бик популяр була торғайны. Хәҙер ҙә, йөрәгем әсенгәндә, тыңлап алам. Хатта “Бәйләнештә”ге сәхифәмдә ул йыр төп статуста тора. Сөнки шәхси тормошомдоң килеп сыҡмауына тик бер кеше – ебегән, ҡыйыуһыҙ һәм өндәшмәҫ егет ғәйепле. Ошо йырҙы тыңлаһа, бәлки, рухы уяныр, тип өмөт итәм дә бит...

Роберт менән бер мәктәптә, параллель кластарҙа белем алдыҡ. Ҡап-ҡара сәсле, түңәрәк йөҙлө, ҡыҫығыраҡ күҙле малай миңә һәр ваҡыт оҡшаны. Ике класс та дуҫ, татыу булғас, төрлө байрамдар, эштәр гел бергә ойошторолдо. Шуға ла Роберт менән йыш күрешергә, аралашырға тура килде. Хистәремде һиҙҙермәҫкә тырыша инем, сөнки уның тарафынан ҡыҙыҡһыныу булманы. Күңелем башҡаларға ятманы. Класташ ҡыҙҙар менән егеттәр араһында төрлө мөхәббәт тарихтары булып торҙо, тик мин генә яуапһыҙ һөйөү утында яндым. Ә Роберт бөтөнләй ҡыҙҙар менән аралашманы. Икенсе егет менән дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙы яраталыр тип фаразланым. 10-сы класты тамамлаған йылда, Талҡаҫ күленә походҡа барғайныҡ. Роберт шым ғына килеп, ҡулымдағы ауыр сумканы алып китте. Кискеһен палатка ҡорғанда ла ярҙам итте. Шул саҡта ғына уның да миңә ҡарата битараф булмауын аңланым. Күңелдә өмөт сатҡылары уянды. Тик бушҡа ғына: усаҡ тирәләй йыйылышып, бер аҙ йырлашып ултырғас, күптәр парланышып, ситкәрәк китте. Мин һөйгәнемдең килеп етәкләп алыуын, аңлашыу өсөн һүҙ башлауын көттөм. Ә ул хатта яныма килеп тә ултырманы. Тәүҙә усаҡ өсөн утын әҙерләп йөрөгән булды, аҙаҡ бер нисә егет менән балыҡ тоторға төшөп китте.
Мәктәпте бөткәс, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Мин медицина училищеһын тамамлап, үҙебеҙҙең ауыл дауаханаһына эшкә ҡайттым. Күрше ауылдан бер егет менән дуҫлаша башланым. Роберт әрме хеҙмәтенән һуң электрик һөнәрен алып, район үҙәгендә эшләй ине. Йөрөгән ҡыҙы барлығы ла һиҙелмәне, һаман яңғыҙы булды. Ауылға ҡайтҡан сағында осраҡлы ғына осрашһаҡ, ул ихлас күрешә, хәл белешә. Бер тапҡыр ҡыйыулығымды йыйып, сәй эсергә саҡырып ҡараным. “Булыр әле берәй ваҡыт, бөгөнгә килеп сыҡмай”, – тип яуапланы.
Күңелем ятмағас, күрше ауыл егетенә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирмәнем һәм беҙ айырылыштыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, Роберт өйләнмәйенсә, өмөтөм һүнмәҫ кеүек ине. Башҡа дуҫтар, һабаҡташтар берәм-берәм туйҙар үткәрә башланы. Наилә күршемдең туйынан һуң йәштәр менән йыйылышып, тәбиғәткә сыҡтыҡ. Роберт шунда ҡәҙимге генә эсеп алды ла миңә иғтибар күрһәтә башланы. Тәүге (һәм һуңғы) тапҡыр ҡосаҡлашып бейенек, аулаҡ ҡалған саҡта ҡосаҡлап алды ла, һурып-һурып ирендәремдән үпте.
– Мин һине 5-се кластан алып яратам, Гөлназ. Һәр ваҡыт бергә булғым килә, – тигәс, ишеткәнемә ышаныр-ышанмаҫ ултырҙым.
– Мин дә һине яратам бит, – тип кенә әйтә алдым.
Ул төндө мин иң бәхетле кеше инем. Роберт өйгә тиклем оҙата килде лә, бик оҙаҡ ҡапҡа төбөндә айырыла алмай ҡосаҡлашып торҙоҡ. Ҡыҫып ҡосаҡлаған ҡулдары, әйткән һүҙҙәре, үпкән ирендәре һаман да иҫемдә.
Тағы ла осрашыу, аңлашыу көтөп, бәхетле киләсәккә өмөт итеп йәшәү башланды. Әйтерһең, дә ул кис бөтөнләй булмаған – Роберт тарафынан башҡаса иғтибар ҙа, дуҫлыҡ тураһында һүҙ ҙә булманы. Осрашҡанда башын эйеүенән, ҡарашын йәшереүенән генә уның теге кисте яҡшы хәтерләүен һиҙендем. Тик быға тиклем ул нисектер яныма килеп һаулыҡ һорашһа, һүҙ ҡушһа, ул кистән һуң минең яныма бөтөнләй килмәй башланы. Был ҡылығын бөтөнләй аңламаным – мин ул кисте иҫенә төшөрмәнем, бер нәмә лә талап итмәнем. Аңлайышһыҙ хистәр һәм буш өмөттәр менән тағы ла бер ни тиклем ваҡыт үтте. Йәшем 32-гә еткәс, туғандар кейәүгә сығырға, үҙ ғаиләмде ҡорорға өгөтләй башланы. Хәлемде белгән әсәйем:
– Иҫерек кешенең телендә нимә генә булмаҫ? Булыр-булмаҫ егеткә ышанып, былай ҙа йәш ғүмерең зая үтте. Эсендә йәне булған кеше, ысынлап яратһа, күптән килеп аңлашыр, тәҡдим яһар ине. Тимәк, яратмай. Ирҙәргә ни ваҡыттары күп – 50-лә өйләнһә лә була. Ә ҡатын-ҡыҙ ғүмере сәскә кеүек кенә, көҙ етһә, һулый ҙа ҡуя. Мөхәббәт тип балаһыҙ, ирһеҙ ҡалаһың бит! – тип әрләне.
Ул хаҡлы ине. Бер аҙ уйланып йөрөнөм дә, ҡоҙа тейеш Ринат исемле егетте диләйҙәр ине, кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем. Туй үткәреп торманыҡ, никахтан һуң иремдең Сибай ҡалаһындағы фатирына күсеп йәшәй башланыҡ. Бер нисә йыл үткәс кенә класташ егеттәр минең никах көндө Роберттың иҫергәнсе эсеүен, йылға буйына төшөп илауын һөйләне. “Ғәйебем нимәлә һуң? Уны бит былай ҙа 20 йылға яҡын көттөм”, – тинем күҙҙәрем йәшкә төйөлөп. “Һине түгел, үҙен ғәйепләй ул. Ҡыйыулығым етмәне, тип әйтте”, – тинеләр.
Яратмай сыҡҡанғалыр, ғаилә тормошо килеп сыҡманы. Бәлки, иремә наҙ, йылылыҡ биреп еткермәгәнмендер. Хәйер, күңелдә булмаған хисте ҡайҙан алып бирәһең инде. Ул да миңә ҡарата битараф булды. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа мәктәпте тамамлағас, тыныс ҡына айырылыштыҡ һәм мин Өфөгә күсеп киттем. Оло ҡыҙым быйыл университетты тамамлай, кесеһе кейәүгә сыҡты. Ҡала дауаханаларының береһендә һөнәрем буйынса эшләп йөрөйөм. Ә Роберт бөтөнләй өйләнмәне. Һаман да атаһының йортона ҡайтып-китеп йөрөй, район үҙәгендә эшләй.
Ике йыл элек мәктәпте тамамлауға 40 йыл тулыу айҡанлы осрашыу үтте. Шунда күрештек беҙ. Һаман да ҡыйыуһыҙ, аҙ һүҙле. Өҫтәлдең икенсе башынан миңә текәлеп ултырҙы ла ултырҙы, әммә яныма килеп һүҙ башларға батырсылыҡ итмәне. Ә бит бер ҡараһаң, беҙгә бергә булырға хәҙер бер нәмә лә ҡамасауламай – ике яңғыҙаҡ.
Тормошом килеп сыҡмаһа ла, теге саҡта кейәүгә сыҡҡаныма үкенмәйем. Робертҡа өмөт итеп йөрөһәм, ысынлап та, япа-яңғыҙ ҡалыр инем. Ә хәҙер ҡыҙҙарым бар, оҙаҡламай күңелемде йыуатырға ейән-ейәнсәрҙәрем тыуыр. Көтөп йөрөһәм, уның да, минең дә ғүмер заяға уҙыр ине. Әммә барыбер Робертҡа, шул иҫәптән ҡыйыуһыҙ, оялсан башҡорт егеттәре өсөн йәнем әрней. Күпме ҡыҙҙар мөхәббәт утында янып, йылы һүҙгә, наҙға, парлы тормошҡа интизар булып йөрөй. Күптәре өмөт өҙөп, яратмаған кеше менән яҙмышын бәйләй, хатта сит милләт ирҙәренә тормошҡа сыға. Заман үҙгәрә, тиһәң дә, беҙҙең мосолман ҡыҙҙары барыбер ғорур – хистәрен белдертмәй, егеттәр артынан үҙҙәре йүгермәй. Минең урында берәй мәрйә ҡыҙы булһа, Роберттың эскән мәленән файҙаланып, теге туй көнөндә үк ҡуйынына кереп ятыр ҙа, үҙенә өйләндерер ине, тип уйлап ҡуям. Тик мин был аҙымға барыу тураһында уйлап та ҡараманым.
Ҡыйыуыраҡ булығыҙсы, егеттәр! Мөхәббәттең дә, бәхеттең дә бер мәле була, уны ҡулдан ысҡындырһаң, ғүмерлек ғазап менән йәшәүең бар.

Гөлназ. Өфө ҡалаһы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: