Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
14 Августа 2024, 09:30

Мал үрсетеп, ҡымыҙ бешеп

Шуға күрә лә йылҡыларҙың һөтө ҡуйы, ҡымыҙы шифалы. Ана шул бар ауырыуҙарҙан шифаһы булған ҡымыҙы өсөн дә башҡорттар йылҡы тота инде.

Мал үрсетеп, ҡымыҙ бешепМал үрсетеп, ҡымыҙ бешеп
Мал үрсетеп, ҡымыҙ бешеп

Барыһы ла ғаиләнән башлана. Ғаилә – ул дәүләтебеҙҙең нигеҙе. Ә ғаилә нигеҙендә быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек, бер-береңә хөрмәт, хәстәрлек һәм ышаныс кеүек сифаттар ята. Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында татыу йәшәгәндәргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ.

Темәс ауылында йәшәүсе Миләүшә менән Илнур Биктимеровтарҙың ғәиләһе – ана шундай­ҙарҙың береһе. Яғалса тауы итәген­дә балҡып, күҙҙең яуын алып торған йорт­тарын­да уңған хужалар йәшәгәне әллә ҡайҙарҙан күренеп тора. Өй эсенә инеп күҙ һалһаң, бының ысын икәненә тағы бер инанаһың. Заман­са йыйыштырылып, йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтары менән йыһазландырып эшлән­гән был йортта нур бөркөлөп тора. Йүгере­шеп йөрөгән балалар уға тағы ла йәм өҫтәй.
Илнурҙың бала сағы хозур тәбиғәт ҡуйынына һыйынып, йырҙарҙа йырланған Һаҡмар йылғаһы урынлашҡан Таһир ауылында үтә. Етмәһә, олатаһы ла, атаһы ла урман хужалығында эшләгәс, бәләкәйҙән улар менән бергә тәбиғәт ҡосағында йыш булырға тура килә. Ауыл ерендә кешеләр күберәк мал көсөнә йәшәй. Илнурҙың ата-әсәләре лә күпләп мал тота. Шуға ла ул һәр эштә ярҙамсыл булып үҫә. Бер эштән дә: сирҡанмай бесәнен дә ташлай, һыуға ла алып бара малдарҙы, аҫтарын да таҙартып ҡуя. Ә инде үҫә төшкәс, атаһына тубырсыҡ, ылыҫ йыйыуҙа ярҙам итә. Бесән әҙерләү осоронда күбә тарттырыу өсөн Илнур өсөн сират йыйыла туғандары араһында, сөнки тик уларҙа ғына ат була. Иртә таңдан атаһының “Ураган” исемле атын менеп, әсәһенең, атаһының күмәк туғандарына ярҙам итергә ашыға 8–9 йәшлек бала. Кискә табан ҡояшта ҡап-ҡара булып янып, әлһерәп ҡайтыр булһа ла, иртә менән тағы юллана урманға. Исмаһам, шул баланы йәлләп, береһенең дә башына килмәгән, тәмлекәстәр ал тип, тинлек булһа ла тотторорға, тиеп ҡуя хәҙер ағай-инәйҙәре.
Унынсыны тамамлағас, туп-тура ауыл хужалығы институтына юллана. Мал йәнле кеше булараҡ, ветеринар һөнәрен һайлай. Диплом алғас, Баймаҡ районының “Октябрь байрағы” колхозында оҙаҡ та эшләп өлгөрмәй, колхоз-совхоздар бөтөрөлә башлай. Күп уйлап тормай егет, шул уҡ институттың урман хужалығы факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Ана шул йылдарҙа Өфөлә Стәрлебаш һылыуы Миләүшәне осрата ла инде – институтта беренсе курсты ғына бөткән ҡыҙ менән матур йәй айында никахлашып, туй үткәрәләр.
Кәләше уҡып бөткәнсе тип Өфө ҡалаһында эшкә урынлашһа ла, таш ҡаланы үҙ итмәй, Йылайыр районына урман хужалы­­ғына эшкә китә. Энә ҡайҙа, еп шунда, тигән­дәй, кәләше лә уның артынан ҡалмай. Инде ғаиләләре ишәйә башлағас, тыуған яғында үҙ ояһын булдырыу хыялы менән Темәстә йорт төҙөргә тотона. Темәстә ул ағас эше менән шөғөлләнә башлай, төшкән килеменә ике бейә һатып ала. Икенсе йылына бейәләр ҡолонлай. Ул ваҡытта әле ат үрсетеү бер кемдең дә уйында булмай.
Инде йортон төҙөп, ағас эшен яйға һалдым тигәндә, Белорет урман хужалығына директор итеп тәғәйенләнә Илнур Искәнйәр улы. Унан һуң Баймаҡ урман хужалығын етәкләй. Өс баштан ғына торған аттар үрсеп китеп, атаһы бер үҙе генә уларҙы ҡарай алмағанға, иң ауыры бесән мәсьәләһе торғанға, егет, үҙенең шәхси эшен асыр­ға ҡарар итеп, 2018 йылда Темәс ауылын­да төплә­нә. Иренең теләгенә ҡатыны ҡаршы бул­май, уның һәр теләген хуплап, ярҙам ҡулы һуҙып тора. Ситтән тороп институт тамамлаған белгес мәктәпкә эшкә урынлаша. Был ваҡытта ғаиләлә­ре лә ишәйеп, дүрт бала тәрбиәләйҙәр улар.
Биктимеровтар 2018 йылда “Эш башлаусы фермер” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алып, “Беларус” тракторы, 20 баш герофорд тоҡомло таналар һатып ала. Таһир ауылы эргәһенән 100 гектар ер алып, унда һоло, арпа сәсә фермер. Шунда малсыларға бәләкәй өй, мунса төҙөп ултырта. Тәүге эш башлаған йылдар еңелдән булмай, эште яйға һалыр өсөн көн-төн тигәндәй мал янында булырға тура килә. Атаһы, ҡустыһы Инйәр уға ныҡ ярҙам итә. Аш-һыу әҙерләшергә әсәһе булыша, сөнки ҡатыны әле тыуған сабыйынан, йорт хужалығынан бушай алмай.
Инде йылҡы малы ишәйә башлағас, уларҙы йәйҙәрен Ирәндек итәгендә көтә башлайҙар. Ирәндектә ниндәй генә үләндәр үҫмәй! Ә унда үҫкән ҡылғандың ҡымыҙ сифаты өсөн бик файҙалы булыуын элек-электән йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ата-бабаларыбыҙ белгән. Шуға күрә лә йылҡыларҙың һөтө ҡуйы, ҡымыҙы шифалы. Ана шул бар ауырыуҙарҙан шифаһы булған ҡымыҙы өсөн дә башҡорттар йылҡы тота инде. Ҡымыҙың сифатлы булһын тиһән, йылҡы­лар­ҙың сәләмәтлеген ҡайғыртырға кәрәк, ваҡы­тында ҡандарын тикшертеп, даими прививкалар эшләү мөһим. Хужа үҙе мал табибы булғас, был мәсьәлә киҫкен тормай, ул эштәрҙе үҙе алып бара. Тәү осорҙа бейәләрҙе ҡул менән өс тапҡыр һауырға тура килһә, хәҙер был эш тулыһынса автоматлаштырылған. Ә һауып алған һөттө бешеүҙе ҡатыны Миләүшә башҡара. Хәҙер махсус ҡоролма һатып алғас, эш күпкә еңеләй­ә. Тәүҙә көнөнә 50 литр ҡымыҙ әҙерләнһә, һуңғы йылдарҙа 300 литрҙан да ашып китә. Ҡымыҙ етештереү миҙгелле генә шөғөл, июнь айында баш­ланһа, сентябрь аҙаҡта­ры­на тамамланып та ҡуя. Ошо дүрт айҙа ярайһы уҡ табыш килә, сөнки был эсемлеккә ихтыяж ҙур. Уларҙың ҡымыҙы сифат­­лы булыуы менән район, республика күләмендә билдәлелек алып, “Бикти­мер ҡымыҙы” маркаһы аҫтында етештере­лә. Улар Баймаҡ, Сибай, Өфө, Магнитогорск ҡала­лары­на оҙатыла, шәхсән заказдар менән дә һатыла.
Илнур өсөн фермерлыҡ эше ят булмай, сөнки уның ата-әсәһе Әлифә менән Искәнйәр Биктимеровтар элек-электән күпләп мал аҫрай. Үҙҙәренә оҡшап, Биктимеровтарҙың балалары ла уңған, сәмсел. Оло улдары Илхан Магнит ҡала­һында колледжда программист һөнәрен үҙләш­терә, киләсәктә ауылдарҙа ла IT програм­маһы кәрәклеген аңлайҙыр, ә инде каникулда­рында атаһының уң ҡулы ул, бар эштәрҙә лә ярҙам­сы. Ҡыҙҙары Камилә Рәми Ғәрипов исемен­дәге 1-се республика башҡорт гимназияһында 8-се класты гел “бишле” билдәләренә тамамланы, йәйҙә­рен әсәһе менән ҡымыҙ бешә. Бәләкәстәре Тимерхан 2-се класта, Йәсминә – балалар баҡсаһында.
Ҡымыҙҙарының сифатлы булыуы менән дан тотҡан ғәилә “Башҡорт аты” фестивалендә даими ҡатнаша, ауылдаштарына ярҙам күрһәтәләр.
Йүнсел эшҡыуарҙар йылдан йыл эш офоҡтарын киңәйтеү өҫтөндә эшләй, сәсеү майҙаны киңәйтелә, малсылыҡ тармағы ла үҫә. Герофорд тоҡомло һыйыр малдары ит өсөн бик килемле, улар йәй айҙары туғайҙарҙа рәхәт­ләнеп ашайҙар, һауылмайҙар, быҙауҙары менән бергә йөрөй. Ҡышҡылыҡҡа инде уларға етерлек кимәлдә бесән, арпа, арыш әҙерләнә, йылы һарайҙар ҙа төҙөлгән. Улар күберәк ит килеш күрше Магнитогорск ҡалаһына оҙатыла.
Киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәй Биктимеровтар. Йыл башында Темәс ауылында ит магазины асып ебәрҙеләр, бында ит кенә түгел, иттән эшләнгән ярымфабрикаттар ҙа һатыуҙа бар. Уларҙың күҙ уңында хозур Ирәндек буйында туристик эште лә башлап ебәреү нийәте бар. Ял итеү өсөн бер нисә ҡунаҡ йорто төҙөп, мунса ла эшләп ҡуйһалар, ял итеүселәр күңеленә яңы бешелгән ҡымыҙ, халҡыбыҙҙың милли аштары бик хуп булыр ине тип фараз итә уңған ғәилә. Ошонда уҡ һыбай килеш Йәнгүзәй, Күсем таштарына, Ғәҙелша шарлауығына сәйхәттәр ойошторолһа, насар булмаҫ ине!

Әминә Яхина.
Баймаҡ районы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас