Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Август 2024, 08:19

Яулыҡ ал - яугирҙәргә ярҙам ит

Еңеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.

Яулыҡ ал - яугирҙәргә ярҙам итЯулыҡ ал - яугирҙәргә ярҙам ит
Яулыҡ ал - яугирҙәргә ярҙам ит

Республикала "Еңеү яулығы" акцияһы башланды. Ул Белорет ҡалаһында йәшәгән Резеда Сайдарованың башланғысы менән ойошторола.

Йүнселдең ательеһында француз яулыҡтары тегелә. Еңеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.

– Заманында легендар француз яулыҡтары башҡорт халҡы өсөн 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеү символы булған, сөнки беҙҙең атай-олатайҙар яуҙа француздарҙы еңеп, тап ошо яулыҡтарҙы тыуған яғына алып ҡайтҡан.
Әлеге тынғыһыҙ осорҙа иһә махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә беҙҙән ярҙам кәрәк. Ошоға бәйле "Еңеү яулығы" акцияһын иғлан итәбеҙ. Һатылған һәр яулыҡтан килемдең 20 проценты яугирҙәргә ебәреләсәк, – ти эшҡыуар.

Яулыҡ алып, ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыу өсөн ватсап аша https://wa.me/79063763187 һандарына яҙа алаһығыҙ.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_83406

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас